Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы
Эшмәкәрлек төрө:

тәржемәсе, журналист

Тыуған көнө:

20 март 1905

Тыуған урыны:

Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Вафат булған көнө:

24 апрель 1982

Вафат булған урыны:

Өфө

Зөлҡәрнәев Ғәли Камал улы (20 март 1905, Пермь губернаһы Екатеринбург өйәҙе Һарыкүлмәк ауылы (хәҙер Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районы) — 24 апрель 1982, Өфө) — тәржемәсе, журналист. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1954).

Ғәли Камал улы Зөлҡәрнәев 1905 йылда хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының Һарыкүлмәк (икенсе исеме Шығай) ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. Бик йәшләй байҙарҙа көтөүсе була. 1922—1924 йылдарҙа леспромхозда эшләй, унан Кәҫле заводына урынлаша, ҡойоусы, формалаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Шул заводта ликбезда уҡып, грамотаға өйрәнә. Ошо йылдарҙа «Башҡортостан» гәзитенә завод тормошо хаҡында хәбәрҙәр яҙа башлай. 1928 йылдың аҙағында тыуған яҡтарына ҡайтып, улустың уҡыу йорто мөдире, волком рәйесе булып эшләй[1]. Тиҙҙән уны волость комитеты рәйесе итеп үрләтәләр[2].

1931—1934 йылдарҙа Башҡортостан коммунистик вузында уҡый. Уҡыуҙы тамамлағандан һуң Хәйбулла районына эшкә ебәрелә. 1935—1937 йылдарҙа Мәскәүҙә пропагандистарҙың юғары курсында белемен күтәрә. Бында 1935 йылдың аҙағынаса мәҙәни-ағартыу эшенә етәкселек итә. 1936 йылдың ғинуарынан 1937 йылдың июленә ҡәҙәр Мәскәүҙә пропагандистарҙың Я. М. Свердлов исемендәге юғары мәктәбендә уҡый. Уны тамамлап ҡайтҡас, башта партияның Өфө ҡала комитетында, унан «Башкниготорг» аппаратында, «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите редакцияһында эшләй[1].

Башҡортостан юғары ауыл хужалығы мәктәбен (Өфө, 1934), ВКП(б) эргәһендәге Юғары пропагандистар мәктәбен (Мәскәү, 1937) тамамлаған. 1937 йылдан алып — ВКП(б) ның Өфө ҡала комитетында, 1938 йылдан башлап Башҡортостан китап нәшриәтендә эшләй. 1939—65 йылдарҙа (өҙөклөк менән) «Совет Башҡортостаны» гәзите хеҙмәткәре (1940—1944 йылдарҙа баш мөхәррире). Һуғыш йылдарында гәзиттең һәр һанын сығарыу иҫ киткес ауырлыҡтар менән бәйле була. Редакция хеҙмәткәрҙәре йылытыу өсөн утынды ла үҙҙәре хәстәрләй, ҡағыҙ менән ҡытлыҡ кисерәләр. Хәреф йыйыусылар етешмәй. Бер һанды ике-өс көн сығарырға тура килә[2].

1940—1945 йылдарҙа Ғәли Камал улы — «Ҡыҙыл Башҡортостан» гәзите мөхәррире. 1946—1948 йылдарҙа — «Үктәбер» журналының («Ағиҙел») баш мөхәррире, бер үк ваҡытта 1946 йылға тиклем БАССР-ҙың Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары.

1948 йылда йәнә гәзиттә эшләй башлай һәм хаҡлы ялға ошонан китә.

Хеҙмәттәре, тәржемәләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ғәли Зөлҡәрнәевтең журналислыҡ эшмәкәрлеге уҙған быуаттың 20-се йылдары аҙағында башлана. 1944 йылда «Егерме биш йыл эсендә башҡорт матбуғаты» тигән хеҙмәте донъя күрә. 1945 йылдан алып әҙәби тәнҡитсе һәм тәржемәсе булараҡ таныла башлай. Журналистың башҡорт әҙәбиәтенең үҫеше, айырым яҙыусылар ижады хаҡында уның тиҫтәләгән мәҡәләһе баҫылып сыға. Шулар араһында «М. Ғафури поэзияһында империализмға ҡаршы көрәш мотивтары», «Башҡорт шиғриәтендә халыҡтар дуҫлығы идеяларының бирелеше», «Һуғыштан һуңғы башҡорт прозаһында эшсе образы», «Ғ. Амантай» һәм башҡа хеҙмәттәрен күрһәтергә мөмкин. 1955 йылда журналист «Башҡортостан совет яҙыусылары» тигән белешмә китап төҙөп сығарҙы[1].

В. Ф. Панованың «Юлдаштар» («Спутники»; тәрж. 1948), Н. А. Островскийҙың «Ҡорос нисек сыныҡты» («Как закалялась сталь»; тәрж. 1949) һәм «Дауылда тыуғандар» («Рождённые бурей»; тәрж. 1980) романдарын, Л. Н. Толстойҙың «Севастополь хикәйәләре» («Севастопольские рассказы»; тәрж. 1950), И. С. Тургеневтың «Һунарсы яҙмалары» («Записки охотника»; тәрж. 1952) һ.б. әҫәрҙәрен башҡ. теленә тәржемә иткән. «Совет Башҡортостаны яҙыусылары» («Писатели Советской Башкирии»; 1955) ҡыҫҡаса биобиблиографик белешмәһе авторы. «25 йыл эсендә башҡорт матбуғаты» (1944) монографияһы, шулай уҡ 50 нән ашыу әҙәби тәнҡит мәҡәләһе авторы[3].

Ғүмеренең һуңғы осоронда һәйкәлдәрҙе һаҡлау йәмғиәтендә эшләй. Йәмғиәт ағзалары репрессияланған башҡорт яҙыусыларының исемен аҡлау менән шөғөлләнй. Ғәли Камал улының әүҙем ҡатнашлығында Дауыт Юлтый йәшәгән йортта арналған иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла[4].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1,0 1,1 1,2 https://vk.com/chelbashkort
  2. 2,0 2,1 http://bash.bashgazet.ru/obshestvo/4629-yyyu-mhrrir.html
  3. БЭ|/index.php/component/content/article/8-statya/3154-z-l-rn-ev-li-kamal-uly|ЗӨЛҠӘРНӘЕВ Ғәли Камал улы
  4. http://bash.bashgazet.ru/kultura-i-literatura/3672-olatayym-yyl-bashortostandy-mhrrire.html

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]