Ҡатай Ғәли бей
Викидатала элемент тултырылмаған |
Ҡатай Ғәли бей, Ғәли бәк, Ҡатай хан — был исемдәр барыһы ла Ҡатай ырыуы бейе Ғәлиҙең ҡушаматтары. Ул XIV быуат аҙағында- XV быуат башында йәшәгән. Сығышы — Бөйөк Ляо империяһы императорҙары Юлуйҙар затынан.
Аҡһаҡ Тимер — Туҡтамыш хан алып барған сәйәсәттә һәм һуғыштарҙа ныҡлап ҡатнаша. (Ғ. Хөсәйенов , Ватандаш. Хәсәйенов яҙыуынса әмир Тимер: " Һөйләшеүҙәр өсөн Ғәли бәкте ебәр "- тип Туҡтамышҡа мөрәҗәт итә.) 1378 йылда халҡы менән көнбайышҡа күсә, Туҡтамышҡа Алтын Урҙа тәхетен алырға ярҙам итә. 1399 йылда әмир Иҙеүкәй Туҡтамышты Һарайҙан (Сарайҙан) ҡыуып сығара. Ғәли бей хакимиәттән ситләтелә. 1407 йылда Иҙеүкәй Мәскәүҙе ҡамай.
Иҙеүкәйҙең Сарайҙа юҡлығынан файҙаланып уның улы Мораҙым (Нуретдин) Ҡатай Ғәле бей ярҙамында Булаттимер ханды тәхеттән төшөрә, Тимерханды хан итеп ҡуя.
Ҡатай Ғәли бей бәктәр бәге, йәғни премьер-министр булып китә.
1411 йылда Туҡтамыштың улы Йәләлитдин Һарайҙы баҫып ала. Тимерхан, Мораҙым, Ҡатай Ғәли бей Уралға ҡасалар.
Һуңғараҡ әмир Иҙеүкәй хәҙерге Ырымбур ерендә, Илек йылғаһы буйында Мораҙымды һәм Ҡатай Ғәли бейҙе ҡыйрата.
Улар Башҡортостанға ҡасалар.
Алтын Урҙа тарҡала башлай. Ҡырым, Ҡазан (1430 йыл), башҡа үҙ аллы ханлыҡтар барлыҡҡа килә.
Был сәйәси хәл Башҡортостанды ла урап үтмәй.
Мораҙым Башҡортстанда үҙ ханлығын ойоштора башлай, ләкин уңышҡа өлгәшә алмайса, вафат була («Иҙеүкәй менән Мораҙым» эпосы).
Уның эшен Ҡатай Ғәли бей дауам итә.
Ул Инйәр йылғаһы буйҙарында үҙ дәүләтен төҙөргә керешә. Был берләшмәнең үҙәге Аҡташта була (Аҡташтағы Ғәли бей-Сура батыр эпосы).
Урал аръяғы башҡорттары берләшмәһенең ханы Мәсем хан Ҡатай Ғәли бейҙең улы булырға тейеш. Сөнки, эпостарға ҡарағанда, ул сығышы буйынса Инйәр буйынан. Ә Инйәр буйында хан сығышлы тик бер генә кеше-Ҡатай Ғәли бей генә булған. Фаразланыуынса, Ҡатай Ғәли бей Инйәр буйында, Рәмәште йылғаһы Инйәргә ҡойған ерҙә, ерләнгән. Унда әлегәсә ҡорған һаҡланып ҡалған.
Һылтанма
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостандын ҡыҫҡа энциклопедияһында мәҡәлә 2007 йыл 5 сентябрь архивланған.