Ғәлиев Ғәли Талха улы
Ғәлиев Ғәли Талха улы — (1950), ғалим-социолог, юғары мәктәп эшмәкәре. 2013—2016 йылдарҙа Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университетының Өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институты директоры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылынан[1].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәли Талха улы Ғәлиев 1950 йылдың 1 ғинуарында БАССР‑ҙың Стәрлебаш районы Тәтер-Арыҫлан ауылында тыуған. Социология фәндәре докторы.
1972 йылда Стәрлетамаҡ педагогия институтын тамамлаған.
Хеҙмәт юлы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1974 йылдан алып Салауат ҡалаһының ВЛКСМ һәм КПСС ҡала комитеттарында бүлек мөдире булып эшләй, бер үк ваҡытта Өфө нефть институтының Салауат филиалында уҡыта.
1987—1991 йылдарҙа Екатеринбург ҡалаһындағы Урал социология-сәйәси институты уҡытыусыһы;
1993 йылдан башлап БР профсоюз кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтының, бер үк ваҡытта
1998—2008 йылдарҙа Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социологик технологиялар институтында (филиал) хеҙмәт итә,
2013 йылдан алып Өфө дәүләт ефть университетының иҡтисад һәм сервис институты У‑ның өҙлөкһөҙ һәм өҫтәмә белем биреү институтының бүлек начальнигы һәм директоры.
Фәнни тикшеренеүҙәре этник- ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге соцологик технологияларға, милләт-ара конфликттарҙы күҙаллау һәм бөтөрөү проблемаларына арналған. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы[2].
Ғәли Талха улы Ғәлиев Евразия социологтары ассоциацияһы президенты итеп һайланған[3]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1997 — Социология фәндәре докторы
- 1998 — профессор
- 1999 — Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре
- 2001 — БР‑ҙың мәғариф отличнигы
- 2005 — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Межэтнические отношения как объект социальной технологии. Уфа, 2001 (авторҙ.); Технологии управления социальным аудитом. Уфа, 2009 (авторҙ.); Социальные технологии. Ресурсы. Аудит: в 2 т. Уфа, 2011 (авторҙаш).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәлиев Ғәли Талха улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./index.php/5922 Ғәлиев Ғәли Талха улы
- Ғәлиев Ғәли Талха улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./index.php/10591 Галиев Гали Талхиевич
- Гали Галиев избран президентом Евразийской ассоциации социологов…
- www.anrb.ru/blog/Item/823/18 БР Фәндәр Академияһы Рихард Зорге урамы, 17-се йорт. Тел.: (347) 223-07-10.
- ies.rusoil.net/page/dopolnitelnoe-obrazovanie ДОПОЛНИТЕЛЬНОЕ ОБРАЗОВАНИЕ (Курсы повышения квалификации) Начальник отдела Галиев Г. Т.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Ғәлиев Ғәли Талха улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./index.php/5922 Ғәлиев Ғәли Талха улы
- ↑ Ғәлиев Ғәли Талха улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9./index.php/10591 Галиев Гали Талхиевич
- ↑ Гали Галиев избран президентом Евразийской ассоциации социологов…