Эстәлеккә күсергә

Бәләбәй педагогия колледжы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Бәләбәй педагогия колледжы
Нигеҙләү датаһы 1914
Дәүләт  Рәсәй
Урын Бәләбәй
Уҡыусылар һаны 15 000 һәм 2011
Рәсми сайт bp-kol.ucoz.ru
Карта

Бәләбәй педагогия колледжы — дәүләт бюджет урта һөнәри белем биреү мәғариф учреждениеһы Башҡортостан Республикаһының Бәләбәй ҡалаһында урынлашҡан. 1914 йылда Бәләбәй уҡытыусылар семинарияһы булараҡ эш башлай.

1914 йылда Өфөлә сыуаш уҡытыусылар семинарияһы асыла. Уның менән 1918 йылдың 1 ноябренән халыҡ мәғарифы эшмәкәре П. М. Миронов етәкселек итә.

Уҡытыусылар семинариялары нигеҙендә асылған өс йыллыҡ педагогик курстар 1920 йылда «урыҫ һәм татар, сыуаш педагогия техникумы», ә 1922 йылда «Урал алды сыуаш педагогия техникумы» итеп үҙгәртелә[1]

1930 йылда Башҡорт АССР-ының сыуаш халҡы күпләп йәшәгән Бәләбәй ҡалаһына күсерәләр. 1940 йылда Бәләбәй татар педагогия техникумын Бәләбәй техникумы татар-башҡорт педагогия техникумы менән берләштерелә. 1941 йылда Бәләбәй педагогия училищеһы белем биреү учреждениеһы исемен ала.1955 йылда уҡыу йорто составына Дәүләкән педагогия училищеһы инә. Башҡорт, татар, сыуаш, урыҫ бүлектәрендә башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләнә.
1994 йылда башҡорт бүлеге асыла. 1969 йылдан ВЛКСМ-дың 50 йыллығы исемендәге маҡтаулы исемде йөрөтә[1].

2001 йылдан училище педагогия колледжына үҙгәртеп ҡорола (ойоштороусылары — Башҡортостан Республикаһының мәғариф Министрлығы).

1912 йылда йылда төҙөлгән колледж бинаһы архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Йыл һайын унда төбәк-ара «Илһам шишмәләре» фестивале үткәрелә. Фатих Кәрим исемендәге әҙәби премия тапшырыла.

Колледжда дәүләт урта профессиональ белем биреү программалары тормошҡа ашырыла:

  • «Башланғыс синыфта уҡытыу» бүлеген тамамлаусыларға «Башланғыс класс уҡытыусыһы» квалификацияһы;
  • «Мәктәпкәсә белем биреү» бүлеген тамамлаусыларға «Мәктәпкәсә йәштәге балалар тәрбиәселәре» квалификацияһы;
  • «Башланғыс белем биреүҙә коррекцион педагогика» бүлеген тамамлаусыларға «Башланғыс класс уҡытыусыһы һәм башланғыс кластарҙа коррекцион -үҫтереүсе белем биреү» квалификацияһы бирелә.


Уҡытыу бөтә специальностар буйынса көндөҙгө бүлектә алып барыла. Ситтән тороп уҡыу формаһы «Мәктәпкәсә белем биреү программаһы» буйынса тормошҡа ашырыла.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • 7,5 меңдән ашыу том фонды менән китапханаһы;
  • уҡыу залы «Интернет» менән;
  • йыһазландырылған спорт залы;
  • мәғлүмәт-хисаплау техникаһы кабинеттары;
  • 100 урынлыҡ ашханаһы;
  • 450 урынлы студенттар ятағы;
  • ял һәм предмет түңәрәктәре, спорт секциялары, ижади һәм педагогик оҫтаханалары бар[2]

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Техникумда ауыл хужалығы фәндәре кандидаты С. С. Умов, Үзбәкстандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, профессор А. С. Ефимов, пионер эштәрен ойоштороусы Г. А. Акимовтар эшләгән.

Сығарылыш уҡыусылары араһында — шағир-фронтовик, татар шиғриәте классигы Фатих Кәрим, башҡорт яҙыусыһы Йософ Гәрәй, Ғабдулла Әхмәтшин, Сыуашстандың атҡаҙанған рәссамы И. Т. Григорьев, Советтар Союзы Геройы П. Е. Васильев һәм К. Д. Андреев, физик-ядерщик, техник фәндәр кандидаты Т. Г. Федоров, Константин .
Ивановтың
йорт-музейын ойоштороусы, тыуған-яҡты өйрәнәүсе П. Н. Кудряшев, яҙыусылар И. Н. Давыдов-Ирха һәм Ф. Н. Вуколов-Эрлик, фронт гәзите мөхәррире И. Т. Гурьев, физика-математика фәндәре докторы Ф. П. Васильев, тарих фәндәре докторы, академик Ю. Н. Никифоров, биология фәндәре докторы В. Ю. Горбунова, филология фәндәре кандидаты Ю. М. Виноградов, Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы. 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 6—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, тарих фәндәре кандидаты[1]

  • Васильев Павел Ефимович — Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. Артабан партия һәм хужалыҡ эшмәкәре: хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.
  • Йософ Гәрәй — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе. 1936 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1937—1939 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы идараһының яуаплы секретары
  • Ғабдулла Әхмәтшин — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, журналист, драматург һәм тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1941 йылдан КПСС ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1981). Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1945).
  • Андреев Кирилл Дементьевич— граждандар һуғышында ҡатнашыусы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар дивизияһының батальон парторгы, лейтенант. 1941 йылдан ВКП(б)/КПСС ағзаһы. Советтар Союзы Геройы (1943).

Унда өс мемориаль таҡтаташ ҡуйылған:

  • Т. И.Әминев Красна изба не углами, или Сердца, отданные детям.. — Бәләбәй, 1994 й..