Эстәлеккә күсергә

Васильев Павел Ефимович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Васильев Павел Ефимович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Совет Рәсәйе
 СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 14 ғинуар 1909({{padleft:1909|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) или 14 (27) ғинуар 1909[1]
Тыуған урыны Ерекле ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы[2]
Вафат булған көнө 29 июль 1978({{padleft:1978|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1] (69 йәш)
Вафат булған урыны Өфө, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Өфө
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы[2] һәм Совет-япон һуғышы[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Советтар Союзы Геройы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы «Японияны еңгән өсөн» миҙалы «Сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштергән өсөн» миҙалы «Хеҙмәт ветераны» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР»

Васильев Павел Ефимович (14 ғинуар 1909 йыл — 29 июль 1978 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашҡан яугир, инженер-сапер батальоны командирының сәйәси эштәр буйынса урынбаҫары, капитан. Артабан партия һәм хужалыҡ эшмәкәре: хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1945). Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры.

Павел Ефимович Васильев 1909 йылдың 14 ғинуарында Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Яңы Сиҙәк‑Васильевка ауылында[3] крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте — сыуаш. 1932 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1931 йылда Өфө педагогия техникумын тамамлай. Төрлө партия вазифаларында эшләй.

1941 йылдың июнендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла.

1941 йылдан Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнаша.

1945 йылдың 14 авгусында япондарҙың нығытылған Фуцзинь районын йырып сыҡҡанда Васильев 5 дотты штурмлауға әҙерләү менән етәкселек итә. Иң көслө доттың шартлауынан һуң Павел Ефимович тәүгеләрҙән булып бәйләнеш юлына үтеп инә һәм автоматтан 4 япон һалдатын юҡ итә һәм береһен әсирлеккә ала.

СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 сентябре указы менән командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм япон милитаристарына ҡаршы яуҙа күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Васильев Павел Ефимовичҡа Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 7769) тапшырылып, «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә[4].

Капитан П. Е. Васильев 1947 йылдың ғинуарында запасҡа сыға. Хеҙмәтсәндәр депутаттарының Бишбүләк район Советы башҡарма комитеты рәйесе, артабан КПСС-тың Бишбүләк район комитетының беренсе секретары булып эшләй. Башҡорт АССР-ының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Юғары Советы[5] һәм Бишбүләк район Советы депутаты итеп һайлана.

1978 йылдың 29 июлендә вафат була, Башҡортостандың баш ҡалаһы — Өфөлә ерләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. 1,0 1,1 Исаев Ю. Н. Чувашская энциклопедия (урыҫ)Чувашское книжное издательство, 2006. — 2567 с. — ISBN 978-5-7670-1471-2
  2. 2,0 2,1 2,2 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  3. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы Ерекле ауылы
  4. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 8, л. 284, 285)
  5. http://башкирская-энциклопедия.рф/index.php/component/content/article/2-statya/9435-vasilev-pavel-efimovich 2016 йыл 7 апрель архивланған.
  6. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 3450, л. 1, 2)
  7. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 686044, д. 1618, л. 2, 67, 68)
  8. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 576, л. 3, 41, 42)
  • Герои Советского Союза. Краткий биографический словарь. Том 1. М.: Воениз., 1987.
  • Ашик М. В. Этергомский десант. С.-П. 2000.
  • Память солдатского сердца. Выпуск 2. Чебоксары, 1980.
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. Книга 1. Уфа, 1965.