Эстәлеккә күсергә

Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 ноябрь 1894({{padleft:1894|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})
Тыуған урыны Һарытау губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1938
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы

Ғәли Йыһанша Әсәҙулла улы (Зиганша Асадуллович Галли; урыҫ. ГАЛЛИ Джианшах Эседович; 1894, Булыҡча ауылы, Һарытау губернаһы — 1938) — СССР партия-дәүләт эшмәкәре.

Биографияһы һәм эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йыһанша Әсәҙулла улы Ғәли 1894 йылдың 3 ноябрендә һарытау губернаһы Булыҡса ауылында тыуған.

1909 йылдан алып 1916 йылға тиклем Һарытау губернаһы земство мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләй.

1916—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша.

1918—1919 йылдарҙа һарытау губернаһы халыҡ мәғарифы бүлегенең коллегия ағзаһы булып тора.

1920 йылда һарытау губерна хәрби комиссариатының политотдел инструкторы вазифаһына күсерелә.

1921—1922 йылдарҙа ВКП (б) һарытау губерна комитетында милләттәр бүлеге мөдире була[1].

1923—1926 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ының Юстиция халыҡ комиссары һәм прокуроры. Был вазифала автономиялы республиканың суд органдарына милли кадрҙарҙы тәғәйенләүгә булышлыҡ итә.

1926—1927 йылдарҙа РСФСР юстицияның халыҡ комиссариаты ҡарамағында прокурор, ә 1927—1930 йылдарҙа — ВЦИК инструкторы булып эшләй.

1930—1931 йылдарҙа Ленинград өлкә кадрҙар әҙерләү бүлеге мөдире.

1931—1935 йылдарҙа Һарытау совет төҙөлөшө институты директоры була, ә 1935 йылда был институтта кафедра мөдире булып эшләй

1938 йылдың 4 ғинуарында советтарға ҡаршы эшмәкәрлектә ғәйепләнә һәм ҡулға алына, 1938 йылдың 22 майында атып үлтерелә, 1961 йылда аҡлана.

  • Прокуратура Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1996.