Сираев Ғәли Фазлый улы
Сираев Ғәли Фазлый улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Совет Рәсәйе СССР |
Тыуған көнө | 1915 |
Тыуған урыны | Ҡандра районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР |
Һөнәр төрө | яугир |
Хәрби звание | старшина[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Ғәскәр төрө | кавалерия[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Сираев Ғәли Фазлый улы (рус. Сираев Галей Фаздиевич 1915 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, старшина.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сираев Ғәли Фазлый улы 1915 йылда элекке Башҡортостандың Ҡандра районында (хәҙер Туймазы районы) тыуа. Ҡандра район хәрби комиссариаты тарафынан саҡырыла. Көньяҡ-Көнбайыш фронтта 112-се кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкының 2-се эскадроны составында һуғыша. Хәрби званиеһы — старшина[1]. 1942 йылдың 21 декабренән алып декабрҙең 22-нә тиклем осорҙа бейеклек өсөн һуғышта 2-се эскадрон старшинаһы Сираев Ғәли Фазлый улы һуғыш яланынан ҡоралдары менән 10 яралы һалдатты алып сыға, ике дошман һалдатын юҡ итә. Шәхси составты һуғыш кәрәк-яраҡтары, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе яҡшы ойоштора. Подразделениеның приказы менән 1943 йылдың 1 ғинуарында Сираев Ғәли Фазлый улы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнә[2]. Сираев Ғәли Фазлый улының артабанғы яҙмышы тураһында мәғлүмәттәр юҡ.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шаймуратовцы. СИРАЕВ Галей Фаздиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)
- Память народа. Документы о награждении. Сираев Галей Фаздиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 июль 2021)