Алтынбаев Ғәли Мансур улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Алтынбаев Ғәли Мансур улы
Тыуған

19 ноябрь 1956({{padleft:1956|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны

БАССР Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылы

Ил

СССР, Рәсәй

Һөнәрҙәре

аккомпаниатор-концертмейстер

Наградалар

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)

Алтынбаев Ғәли Мансур улы (19 ноябрь 1956 йыл) — башҡорт музыканты, аккомпаниатор-концертмейстер, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәли Мансур улы Алтынбаев 1956 йылдың 19 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ районы Аллағыуат ауылында тыуған.

Дүрт йыл Салауат музыка мәктәбендә баян класында уҡый. 1976 йылда Салауат музыка училищеһын тамамлай (Н. А. Гредин класы).

1976—1978 йылдарҙа Мәләүез ҡалаһы музыка мәктәбендә уҡытыусы һәм мәҙәниәт йортонда халыҡ бейеүҙәре ансамбленең аккомпаниатор-концертмейстеры булып эшләй.

1982—1984 йылдарҙа әрме хеҙмәтен Германияла үтә, хәрби тынлы оркестрҙа тромбонда уйнай.

1989 йылдан алып Өфө ҡалаһында Башҡорт филармонияһында эшләй. Ғәли Алтынбаев төрлө инструменттар: баян, фортепиано, электрон баҫмалы музыка ҡоралдары менән иркен эш итә. Ул музыканың төрлө йүнәлештәрен яҡшы аңлай һәм был һәләте уны алмаштырғыһыҙ сәхнә партнеры итә.

Ғәли Мансур улының аккомпаниаторлыҡ оҫталығы ҡабатланмаҫ һәм үҙенсәлекле импровизация менән айырылып тора[1].

Ул вокал оҫталары Я. А. Әбделмәнов, Иҙрис Ғәзиев, Х. А. Ижбулдин, Нәзифә Ҡадырова, Флүрә Килдейәрова, Ф. З. Сәлихов, Вәхит Хызыров һәм башҡалар менән сығыш яһай.

Рәсәй, Австрия, Германия, Италия, Корея, Филиппин, Төркиә буйлап гастролдә йөрөй.

Ике ҡыҙы бар — Алтынбаева Эльвира Ғәли ҡыҙы (1987) һәм Анисимова Ләйсән Ғәли ҡыҙы (1983).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994)

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Нәзифә Ҡадырова һәм гармунсы Ғәли Алтынбаев Өфө ҡалаһында һуғыш ветерандарының Республика клиник госпиталендә сығыш яһай

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]