Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Флүрә Килдейәрова
Тыуған ваҡыты:

15 ғинуар 1952({{padleft:1952|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы[1]Учалы районы Илсеғол ауылы

Һөнәре:

йырсы, педагог

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Рәсәй

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Рольдәре:

Әминә, Һары сәс

Спектаклдәре:

«Салауат Юлаев», «Урал илселәре» һәм башҡа опералар

Наградалары:
Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев ордены

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Тормошо һәм сәхнә эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Флүрә Әхмәтша ҡыҙы Килдейәрова 1952 йылдың 15 ғинуарында Башҡорт АССР-ы[1] Учалы районының Илсеғол ауылында тыуған. 1981 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын[2] тамамлаған.

1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989 йылдан — Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы,. — Көйҙәрҙе мин тиҙ отоп ала торғайным, — тип хәтергә ала йырсы. — Радионан тыңлап отоп, хатта Салауат арияһын йырлап йөрөй инем. Миңә элек-электән етди музыка оҡшаны, классик ариялар, романстар тыңларға яраттым. Шуға күрә һөнәр һайлар ваҡыт еткәс, һис икеләнмәй, йырсы булам, тинем. Сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә алманылар, хор дирижерлығы бүлегенә уҡырға индем. Имтиханда «Таштуғай» менән «Былбылым»ды йырланым.

Флүрә Әхмәтша ҡыҙының репертуарында рус, сит ил, башҡорт һәм татар композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт халыҡ йырҙары. Килдейәрованың йырсы булараҡ оҫталыҡ кимәле башҡорт халыҡ йырҙарының классик өлгөһө булған оҙон көйҙө башҡарыуында күренә. Ул Башҡортостаныбыҙҙың ғорурлығы булып тора. — Халыҡ йырҙарын башҡарып, мин бөтә Еропаны — Германия, Бельгия, Голландия, Венгрия, Румыния, Польша, Италия, Франция — буйлап йөрөп сыҡтым, — тип һөйләй Флүрә Килдейәрова. Фольклор программаһы менән Ҡытайҙа, Төркиәлә, Копенгагенда сығыш яһай. Германияла Дрезденда, Лейпцигта, Һаллела була. 2006 йылда Флүрә Килдейәрова үҙ тормошо һәм ижады хаҡында «Урал ынйыһы» китабын сығара.

2022 йылда 70 йәшлек юбилейы айҡанлы йырсы республиканың Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]