Илсеғол (Учалы районы)
Ауыл | |
Илсеғол рус. Ильчигулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
453715 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Илсеғол — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 242 кеше[2]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға 19 быуат уртаһында Троицк өйәҙе Ҡара‑ һәм Барын‑Табын улустарының Мулдаҡай ауылы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1850-1858 йылдар араһында Илсеғоловтар етәкселегендә Мулдаҡай ауылы халҡының бер өлөшө Мейәс йылғаһы буйында айырылып сыға һәм яңы Илсеғол ауылына нигеҙ һала. Ауылдар араһы бер саҡрым була. 1834 йылда ауылда 284 кеше йәшәй, 25 йылдан һуң — шулай уҡ. 1866 йылда 20 йортта 136 кеше йәшәгән. X ревизия ваҡытында 20 йортта 149 кеше йәшәгән. 1920 йылда 80 йортта 423 кеше иҫәпләнгән. Бынан тыш, ошо уҡ йылғала 7 йортло рудник барлыҡҡа килгән, унда «алтын ҡомдарын йыуыу өсөн фабрика» булған. Бында тирә-яҡтағы ауыл башҡорттары эшләгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында эшләгәндәр[3].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 242 | 113 | 129 | 46,7 | 53,3 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — опера йырсыһы (сопрано), педагог. 1981 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры, 1989—2014 йылдарҙа хәҙерге Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, бер үк ваҡытта 1992—1997 йылдарҙа һәм 2000 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы. Профессор (2013), Пётр сәнғәт академияһының мөхбир ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
- Айгөл Һағынбаева (6 июнь 1983 йыл) — йырсы, 2011 йылдан Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2019)[6] һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы, республика, төбәк- һәм халыҡ-ара конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе, лауреаты һәм дипломанты.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Алышбай урамы (рус. улица Алышбай)
- Тау урамы (рус. Горная улица)
- Ҡасим урамы (рус. улица Касима)
- Мейәс урамы (рус. Миасская улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[7]
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Беләүташ тауы
- Ҡарагөсөк тауы
- Ҡарагөсөк йылғаһы
- Ҡарагүл күле[8]
Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Илсеғол, Мулдаҡай, Орловка ауылдары бер-береһе яҡын булыу сәбәпле хәҙерге ваҡытта берҙәм тораҡ пунктын тәшкил итә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 16. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Список награжденных государственными наградами Российской Федерации и Республики Башкортостан. 22. САГИНБАЕВА Айгуль Равиловна – артистка-вокалистка (солистка) государственного автономного учреждения культуры и искусства Республики Башкортостан Башкирская государственная филармония имени Хусаина Ахметова. 2021 йыл 23 июль архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 8 октябрь 2019)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |