Танысау

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Танысау
Танысау
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Ахун

Координаталар

54°12′37″ с. ш. 59°29′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 815 003

ОКТМО коды

80 653 415 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Танысау (Рәсәй)
Танысау
Танысау
Танысау (Башҡортостан Республикаһы)
Танысау

Танысау (икенсе исеме Ташморон) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл Советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 71 кеше[1]. Почта индексы — 453733, ОКАТО коды — 80253815003.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Танысау йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 32 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ахун): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 37 км[2]

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылға XX быуаттың 50‑се йылдар башында[3] «Ҡыҙыл партизан» колхозының малсылыҡ фермаһы ойошторолған ваҡытта нигеҙ һалына[4]. 1952 йылда һуғыш ветераны Хәбиров Мөхәмәтйән Ғүмәр улы колхоз рәйесе була, рәйес вазифаһында 1964 йылға тиклем эшләй. Уның эше барышында 2500 гектар яңы ер үҙләштерелә, 85 саҡрым электр линиялары үткәрелә, малсылыҡ фермалары, ҡошсолоҡ фабрикаһы төҙөлә, Лачбай битләүендә матур алма баҡсаһы барлыҡҡа килә, йәшелсәләр үҫтерелә башлай, иген культураларын киптереү өсөн агрегат, келәттәр, иген һаҡлағыстар, Мәҙәниәт йорто төҙөлә.

1964—1971 йылдарҙа Шәрипов Әҙип Хәбиб улы колхоз рәйесе була. Ул эшләгән ваҡытта колхозда ҙур үҙгәрештәр була. Нәҡ ул етәкселек иткән осорҙа игенселек менән шөғөлләнеү мәҙәниәте йәйелдерелә, колхоз техника менән тәьмин ителә, төҙөлөш һәм, иң мөһиме, кадрҙар әҙерләнә. Административ бина, МТМ корпустары һәм гараж, амбулатория, ике фатирлы бер нисә йорт төҙөлә. Паркка нигеҙ һалына, Ахун - Учалы юлы буйлап 1,5 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡта ағас үҫентеләре ултыртыла, мәктәп, китапхана төҙөлә [5].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар 64
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 91
2002 йыл 9 октябрь 101
2010 йыл 14 октябрь 71 32 39 45,1 54,9

2022 йылдың 1 апреленә Башҡортостан Республикаһының Танысыу ауылында бөтәһе 23 ир-егет (44.66%) һәм 29 ҡатын-ҡыҙ (55.34%) йәшәй[6].

Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, күпселек милләттәр - башҡорттар (50%), татарҙар (49%)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Аҡбейек урамы (рус. улица Акбиек)
  • Ҡайын урамы (рус. Березовая улица)
  • Ленин урамы (рус. улица Ленина)[8]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 25. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Танысау // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. История деревень Ахуновского сельсовета муниципального района Учалинский район Республики Башкортостана
  6. ГЕНДЕРНЫЙ СОСТАВ НАСЕЛЕНИЯ ДЕРЕВНИ ТАНЫЧАУ РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  8. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]