Амангилде (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Амангилде
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Амангилде

Координаталар

54° с. ш. 59° в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 810 002

ОКТМО коды

80 653 410 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Амангилде (Рәсәй)
Амангилде
Амангилде
Амангилде (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Амангилде

Амангилде (рус. Амангильдино), халыҡсан исеме Сәнсәр. — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Амангилде ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 110 кеше[1]. Почта индексы — 453748, ОКАТО коды — 80253810002.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 65 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Ҡаҙаҡҡол): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 33 км[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур ҡаҙна палатаһы указы һәм кантон башлығының 1847 йылдың 7 июнендәге бойороғо буйынса Верхнеурал өйәҙе Тиләү улусы Ҡаҙаҡҡол ауылынан 21 ғаилә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә яңы Амангилде ауылын ойоштора. Ул отставкалағы зауряд-сотник Амангилде Һамарғоловтың (1777 йылғы) исеме менән атала, уның балалары Оморҙаҡ, Аҡҡол, Әхтәм, Имелбай, Абдулвәхит. 1850 йылда ауылда 32 йортта 98 ир-ат һәм 81 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1866 йылда 35 йортта 164 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.

1920 йылғы Совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында 229 кеше йәшәгән 53 йорт асыҡланған. Ауыл халҡы дүрт урында — Баҙайтам тауы янындағы Арыҫтаҡ йылғаһы буйлап, Урал, Соҡор-Йорт, Һарнаҡаҙған һәм Рабиҡ тауҙары буйлап күсеп йөрөгән[3].

Амангилде ауылында клуб бар[4].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 182
1920 йыл 26 август 228
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 241
1959 йыл 15 ғинуар 171
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 95
2002 йыл 9 октябрь 138
2010 йыл 14 октябрь 110 58 52 52,7 47,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Амангилде урамы (рус. улица Амангильде)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)[6]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ер-һыу атамалары
  • Баҙайтам тауы
  • Һарнаҡаҙған тауы
  • Соҡор йорт тауы
  • Рабиҡ тауы
  • Арыҫтаҡ йылғаһы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]