Эстәлеккә күсергә

Бөйҙө

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Бөйҙө
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Бөйҙө

Координаталар

54°15′17″ с. ш. 59°29′55″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

34791)36

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 816 001

ОКТМО коды

80 653 416 101

ГКГН номеры

0037089

Бөйҙө (Рәсәй)
Бөйҙө
Бөйҙө
Бөйҙө (Башҡортостан Республикаһы)
Бөйҙө

Бөйҙө (рус. Буйда) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Ахун ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 764 кеше[1]. Почта индексы — 453703, ОКАТО коды — 80253816001.

Район үҙәгенән көньяҡ-көнсығышҡа 14 км һәм Учалы тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 21 км алыҫлыҡта Бөйҙө йылғаһы (Уй йылғаһы бассейны) буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 14 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 21 км[2].

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Ҡара-Табын улусы халҡы нигеҙ һала, 1795 йылдан билдәле. Типтәрҙәр шулай уҡ Бөйҙө приискыһында ла йәшәгән. 1920 йылда унда 6 йорт-хужалыҡта 42 кеше иҫәпләнгән. Типтәрҙәр игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. XVIII быуат аҙағында улуста барлығы 4 тирмән булған. Әммә барлыҡ типтәрҙәр ҙә иген үҫтермәгән. Уларҙың игенселеге үҫешмәгән була, уға типтәрҙәр составына ҡушылған ярым күсмә башҡорттар йоғонто яһай. Типтәр-Учалы улусында типтәрҙәрҙең ике командаһы менән ике старшина идара итә.[3].

1920 йылда Бөйҙө — Иверск алтын табыу приискыһы.

1939 йылда Бөйҙө приискы ҡасабаһы булараҡ теркәлгән.

1943 йылда алып Бәләкәй Учалы ҡасаба советы составындағы Бөйҙө ҡасабаһы.

1963—2000 йылдарҙа Учалы ҡасабаһы составындағы ауыл.

2000 йылдың ноябренә тиклем Учалы ҡалаһы составына инә; «Бөйҙө ауыл советын Учалы ҡалаһынан Башҡортостан Республикаһының Учалы районына тапшырыу тураһында» 95-се БР Законына ярашлы, Учалы районына күсерелә.

Бөйҙө ҡасабаһы Старатель урамы панорамаһы


Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 42
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 1077
1959 йыл 15 ғинуар 670
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 710
2002 йыл 9 октябрь 728
2010 йыл 14 октябрь 764 366 398 47,9 52,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (87 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Ахун урамы (рус. Ахуновская улица)
  • Көнсығыш урамы (рус. Восточная улица)
  • Жураковка урамы (рус. улица Жураковка)
  • Комбинат урамы (рус. Комбинатская улица)
  • Комбинат тыҡрығы (рус. Комбинатский переулок)
  • Михаил Беляев урамы (рус. улица Михаила Беляева)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Таулы урамы (рус. Нагорная улица)
  • Йәйғор урамы (рус. Радужная улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Старателдәр урамы (рус. Старательская улица)
  • Теплица урамы (рус. Тепличная улица)
  • Тимофеевка урамы (рус. улица Тимофеевка)
  • Химзавод урамы (рус. Химзаводская улица)
  • Шоссе урамы (рус. Шоссейная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[5]

Иҡтисады нигеҙе — Бөйҙө приискыһы, алтын, гранит табыу.

Урта дөйөм белем биреү мәктәбе, мәҙәниәт йорто, ауыл китапханаһы, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункт эшләй[6].

Ауылда автотранспорт бар. «Бөйҙө-1», «Бөйҙө-2» йәмәғәт транспорты туҡталыштары.