Ҡарт Муйнаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ҡарт Муйнаҡ
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Туңғатар

Координаталар

54°34′11″ с. ш. 59°43′16″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 884 004

ОКТМО коды

80 653 484 131

Ҡарт Муйнаҡ (Рәсәй)
Ҡарт Муйнаҡ
Ҡарт Муйнаҡ
Ҡарт Муйнаҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Ҡарт Муйнаҡ

Ҡарт Муйнак (рус. Старомуйнаково) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл, Тунғатар ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны — 237 кеше булған[1].. Почта индексы — 453714, ОКАТО коды — 80253884004.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барын-Табын улусының төп ауылдарының береһе Муйнаҡ ауылы була. Ул Ҡара(Барын)-Табын улусы старшинаһы Рәсүл Этйеймәҫовтың улы, Пугачев ихтилалында ҡатнашҡан һәм шулай уҡ старшина булған Муйнаҡ Рәсүлевтың исемен йөрөтә.

Ауылдар XVIII быуат аҙағында уҡ билдәле була. Ҡарт Муйнаҡта 142 кеше йәшәгән 32 хужалыҡ иҫәпләнгән. Бәләкәй Муйнаҡта 27 хужалыҡта 121 кеше һәм Муйнаҡта (Дауыт) 13 йортта 34 кеше йәшәгән. Малай-Муйнаҡ Буранғол тип тә йөрөтөлгән. Шулай итеп, V рәүизгә тиклем халҡының бер өлөшө төп ауылдан айырылып сыҡҡан һәм яңы ауылдар барлыҡҡа килтергән. 1859 йылғы X рәүиз буйынса Ҡарт Муйнаҡта 88 хужалыҡта 500, Малай-Муйнаҡта 32 хужалыҡта 200 кеше йәшәгән. Өсөнсө ауыл инде юҡҡа сыҡҡан. Уларҙың һәр береһендә ерҙе ҡуртымға алыу шарты менән аҫаба халыҡтың өсөшәр керҙәш йорто булған. Керҙәштәр башҡорт общинаһына 10-ар тин түләгән һәм аҫаба башҡорттар кеүек, ҡаҙна һәм община файҙаһына бөтә йөкләмәләрҙе башҡарғандар. 1920 йылға Ҡарт Муйнаҡта халыҡ һаны яртылаш кәмегән, уның ҡарауы, икенсе ауылда ул 144 кешегә артҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында ике ауыл да Троицк өйәҙендә 4-се Загорный кантонының 1-се һәм 2-се йорттарына ингән. 1864 йылдан башлап улар Туңғатар улусына буйһона. Улус 1919—1930 йылдарҙа Тамъян-Катай кантоны составында була.

Ҡарт Муйнаҡта 1844 йылда 65 йортҡа 360 ат, 85 һыйыр, 330 һарыҡ һәм 73 кәзә тура килгән. Кесе Муйнаҡ ауылында шул уҡ ваҡытта бер ел һәм ике һыу тирмәне-болғауыстары эшләй. 35 йортта 533 ат, 64 һыйыр, 323 һарыҡ һәм 44 кәзә булған[2].

Хәҙерге осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Туңғатар ауыл советына ҡарай. Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[3].

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 237 113 124 47,7 52,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда[5] Ҡарт Муйнаҡ ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уй йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 40 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Комсомольск): 5 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 11 км[6][7].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Тау урамы (рус. Горная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[8].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Тәкәғашҡа. 1961 йылда Учалы районы Ҡарт Муйнаҡ ауылы Яхъя Рәхмәтуллиндан (1897 йылғы) Н. Сәйәрғәлин яҙып алған. — БЛ, Jfe 25; БХИ, РЛ. № 182; БПЛ, № 127; БНТ, ПЛ, № 207[9].

Ер-һыу атамалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Васйылға йылғаһы
  • Ҡаҫмаҡты һыуы йылғаһы
  • Ҡыуандыҡ йылғаһы
  • Ҙур Көмәс тауы
  • Оҙонтау тауы[10]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 12. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Ҡарт Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  5. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. Ҡарт Муйнаҡ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Госсправка сайтында урамдар исеме
  9. Башҡорт халыҡ ижады. II том. Риүәйәттәр, легендалар. — Өфө: Китап, 1997
  10. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]