Барынтабын (ырыу)
| Барынтабын |
Барын — башҡорттарҙың табын ҡәбиләһе составындағы ырыуы.
Башҡорттарҙан башҡа, 'барын' ('баарын' формаһында) ҡырғыҙҙарҙың этнонимияһында теркәлгән: баарын багыш ҡәбилә төркөмөнә инә. Ҡырғыҙ барындарының тамғаһы —башҡорт барындары тамғаһы менән тиңләшә[1]. Барындар шулай уҡ ҡырым татарҙарында һаҡланған.
Ырыу бүленештәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барын (ырыу бүленештәре: бурус, бәрәкән, бутис, дәржимэн, дәүләтбай, ҡаҙаҡ, ҡалмаҡ, ҡараелкә, ҡара угеҙ, ҡолой, көҙән, ҡуй-һары, ҡостанай, ҡызылбаш, ҡырғыҙ, кәрим, кәсәк, мышар, мостафа, өрөк, соҡор, сүбәй, сүтәк, сысҡан, табын, туҡтағол, толоптар, төркмән, туңғатар, тәкә, төпәй, уңғар, һайыҫҡан, сәпәш, һарт, хөппөс, һыҙғы, шуран, әйле, аҡкүнсүк, алаҡай, буранғол, илек аймағы, имел, иҫәнғол, ҡаҙаҡ, ҡалмаҡ, ҡатай, сыуаш, таҙ, татар, тауыҡ, торна, исмәғил, юлыш).
Тораҡ пункттар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Учалы районындағы Һөйөндөк ауылы, Ҡурған өлкәһендәге Баҡай, Ҡуйсан ауылдары һ. б.
Этноним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]'Барын' этнонимы монгол ҡәбиләһе баарин атамаһы менән бәйле.
Этник тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Барын, баарындар (Г. Е. Грумм-Гржимайло буйынса — барин, байрин) — ерле монголдар. XIII быуат аҙағында монгол ырыуы баарин Селенга йылғаһы бассейнында күсмә тормош көткән[2].
Рәшит әд-Дин «дурбан ҡәбиләһенә яҡын» һәм «уларҙың тамырҙарына барып тоташҡан» баарын ҡәбиләһен ентекле һүрәтләй. Сыңғыҙхан менән Йәмуханың ҡаршы тороуында баарындар башта һуңғыһы яҡлы инеләр, әммә һуңғараҡ, Рәшит әд-Дин яҙмаларынан билдәле булыуынса, «Сыңғыҙханға хеҙмәт итергә» күсәләр. Артабан баарын «монгол ҡәбиләһе»нән «Сыңғыҙханға яҡын» бик күп әмирҙәр сыға[3]. Шулай уҡ барын-табындарҙың монгол сығышлы икәне уларҙың һуңғы генеалогияһы, Аҡ Урҙаның XIV быуаттағы идара итеүсе династияһының ғәйрәтле сыңғыҙиҙарының береһе - Туҡтамыштың атаһынан - Барын һәм Дулиҙан (Тули) башланыуы аша һүрәтләнә.
Барындарҙың көнбайышҡа күсеп китеүе һәм Табын төркөмөнә инеүе, күрәһең, XII-XIII быуаттарҙа булғандыр. Сыңғыҙхан, 1206 йылда Йәнәсәй ҡырғыҙҙарын яулап, уларҙы баарын Хорчи биләмәһенә бирә. Сыңғыҙхан менән Йәмуханың көрәше осоронда баарындарҙың бер өлөшө ҡара-ҡытайҙарға ҡушыла; был юл йәйләүсе баариндарға электән таныш була. Етеһыу буйында баарындар ҡара-ҡытәйҙар, наймандар, шулай уҡ көнбайыш далаларына күсенгән табындар менән тығыҙ бәйләнешен юғалтмаған дулат һәм усундәрҙең этник мөхитендә ҡалғандар.
Баарындарҙың бер өлөшө көслө табын берләшмәһе менән, икенсе өлөшө Етеһыуҙа ҡалған, ә һуңғараҡ Тянь-Шань ҡырғыҙҙарына ҡушылған[1].
Таралыу территорияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт барындары күбеһенсә Урал йылғаһының үрге ағымында, Урал аръяғында йәшәй. Барындар Башҡортостандың Учалы районы территорияһында, өлөшләтә Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Сыбаркүл, Сосновка, Уй райондары ауылдарында, Сафакүл районының ҡайһы бер ауылдарында йәшәй.
Ҡырым барындары Гәрәй нәҫеле вәкилдәренең береһен, мотлаҡ Сыңғыҙиҙы, аҡ кейеҙ өҫтөнә ултыртып, Ҡырым ханы итеп һайлап ҡуйған дүрт дәрәжәле ырыуҙың береһе һанала.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башкирское родословие: Барын, Табын и Ирэкте 2016 йыл 9 май архивланған.
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төп мәҡәлә: Монгол халыҡтары
- Төп мәҡәлә: Төркиҙәр