Эстәлеккә күсергә

Учалы районы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Учалинский район битенән йүнәлтелде)

Учалы районы
Герб
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Башҡортостан Республикаһы

Берләштерә

1 ҡала, 23 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Учалы

Барлыҡҡа килеүе

1930 йыл

Муниципаль район хакимиәте башлығы

Дәүләтгәрәев Фәрит Фәтих улы

Муниципаль район советы рәйесе

Кәримов Дамир Усман улы

Рәсми телдәр

башҡорт, урыҫ

Халҡы (2016)

71 505[1] (1.76 %, 6 урын)

Тығыҙлығы

15.72 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар, урыҫтар

Конфессиональ состав

мосолмандар, православиелылар

Майҙаны

4549 км² (4 урын)

на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Автомобиль номерҙары коды

02, 102

Рәсми сайты
Медиафайлдар Викиһаҡлағыста
ОКАТО

80 253 000 000

Урал ҡасабаһы янында Яйыҡ (Урал) йылғаһы аша күпер

Учалы районыБашҡортостандың көнсығыш (Урал тауы аръяғы) өлөшөндә урынлашҡан район. Үҙәге — Учалы ҡалаһы.

Учалы районы Башҡортостандың Әбйәлил һәм Белорет райондары, Силәбе өлкәһенең Златоуст һәм Мейәс ҡала округтары, Верхнеурал, Уй һәм Сыбаркүл райондары менән сиктәш.

Ландшафты күбеһенсә таулы-урманлы. Майҙаны — 4549 км², республика райондары араһында 4-се урын.

Егерменән ашыу күл бар. Шуға ла Учалыны «күлдәр иле» тип атайҙар. Район биләмәһендә Әүәләк, Кесе Ирәндек тау һырттары урынлашҡан. Райондағы иң бейек тау — Ирәмәл, уның итәгенән Ағиҙел йылғаһы башлана. Район ерҙәренән шулай уҡ Яйыҡ, Уй һәм Мейәс йылғалары ағып сыға.

Учалы районында бик күп төрлө ер аҫты байлыҡтары бар (баҡыр, цинк, көкөрт, йәшмә, алтын, гранит, төҙөлөштә ҡулланылған тау тоҡомдары һ.б.), шуға ла бында уларҙы сығарыу һәм эшкәртеү тармаҡтары етерлек кимәлдә үҫеш алған.

Учалы районы 1930 йылдың 20 авгусында ойошторола, уның составына Тамъян-Ҡатай кантонына ҡараған улустар индерелә.

Улар иҫәбенә 1919 йылға тиклем Ырымбур губернаһына ингән Үрге Урал өйәҙенең Тамъян, Ҡатай, Түңгәүер, Күбәләк, Теләү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге — Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) һәм Троицк өйәҙе Ҡара-Табын, Барын-Табын, Ҡыуаҡан улустары инә[2].

1930—1970 йылдарҙа район үҙәге Учалы ауылында урынлаша.

1970 йылдан район үҙәге Учалы ҡалаһына күсерелә.

1939 йылдан башлап халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса районда даими йәшәгән халыҡ һаны (кеше):

Йыл Халыҡ һаны
1939 52 416 [3][4]
1959 55 314 [5][4]
1970 42 654 [6][4]
1979 36 962 [7][4]
1989 32 000 [8][4]
Йыл Халыҡ һаны
2002 35 649 [9][4]
2008 76 725 [10]
2009 77 125 [11]
2010 35 480 [12]
2012 73 247 [13]
Йыл Халыҡ һаны
2013 73 114 [14]
2014 72 663 [15]
2015 71 963 [16]
2016 71 539 [17]
2017 71 291 [18]
Йыл Халыҡ һаны
2018 70 968 [19]
2019 70 371 [20]
2021 70 171 [21]
Урбанизация

Ҡала шарттарында (Учалы ҡалаһы) район халҡының 52.49 % йәшәй.

Милли составы

2010 йылғы йән иҫәбе мәғлүмәттәренә ярашлы: башҡорттар — 64,3 %, урыҫтар — 18,2 %, татарҙар — 15,9 %, башҡа милләт вәкилдәре — 1,6 %[22].

Район аша Белорет — Учалы — Мейәс — Силәбе, Учалы — Магнитогорск (Ахун ауылы йәки Межозёрный аша), УчалыҠорама — Ларино — Силәбе автомобиль юлдары үтә.

Район аша Рәсәй тимер юлдары Көньяҡ Урал тимер юлының Межозерный — Учалы — Мейәс тимер юлы үтә. 1995 йылға тиклем ошо юл буйынса УчалыМейәсӨфөКүмертауЫрымбур поезы йөрөнө. 2000 йылда поезд Күмертауға тиклем, 2005 йылдан — Өфөгә тиклем, 2010 йылдан — Мейәскә тиклем йөрөнө. 2012 йылдан был йүнәлештә пассажирҙар йөрөтөү туҡтатылды. Учалы ауылында билет кассаһы ябылды. Тимер юлға билет алыу өсөн учалылар күрше ҡалаларға барырға йәки «Баштрансагентлығы» аша (1 билет өсөн 200 һум хеҙмәтләндереү хаҡын түләп) алырға мәжбүр.

Хужалыҡ эшмәкәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хужалыҡ алдынғылары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәҙәниәт, әҙәбиәт һәм матбуғат хеҙмәткәрҙәре,

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шағирҙар һәм яҙыусылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Насыров Рәүеф Хәй улы — СССР Журналистар союзы, Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Яҙыусылар союздары ағзаһы, Башҡорт АССР-ының (1978) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин һәм Муса Мортазин исемендәге премиялар лауреаты.
  • Илтенбаева Миңзифа Абрар ҡыҙы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2005), Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Журналистар союздары ағзаһы, РФ Кинематографистар союзы премияһы лауреаты (1999), «Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән (2002). «Башҡортостан» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары — яуаплы секретары.
  • Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7.10.1973), уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).
  • Кәлимуллин Рәшит Шәрифулла улы-
  • Балтабаева Гүзәлиә Салауат ҡыҙы
  • Мортазина Гөлназ Мозафар ҡыҙы
  • Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы[37] — башҡорт телевидениеның тәүге дикторы, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре[38][39].
  1. Предварительная оценка численности населения Республики Башкортостан на 1 января 2016 года по муниципальным образованиям. Дата обращения: 21 февраль 2016. Архивировано 21 февраль 2016 года.
  2. Троицкий уезд, Барын— и Кара—Табынские волости
  3. перепись населения СССР 1939 года
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 Население Башкортостана:XIX-XXI века: статистический сборник. — 2008. — Б. 448.
  5. перепись населения СССР 1959 года
  6. перепись населения СССР 1970 года
  7. перепись населения СССР 1979 года
  8. перепись населения СССР 1989 года
  9. Всероссийская перепись населения 2002 года
  10. 1.5. Численность населения республики Башкортостан по муниципальным образованиям на 1 января 2009 года
  11. Оценка численности Республики Башкортостан постоянного населения на 1 января 2009-2016 годов
  12. Всероссийская перепись населения 2010 года
  13. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года (урыҫ)
  14. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. Таблица 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов (урыҫ)Росстат, 2013. — 528 с.
  15. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года (урыҫ)
  16. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года (урыҫ)
  17. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года (урыҫ) — 2018.
  18. https://web.archive.org/web/20170731141731/http://www.gks.ru/free_doc/doc_2017/bul_dr/mun_obr2017.rar
  19. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРәсәй Федерацияһы статистика федераль хеҙмәте.
  20. Численность населения муниципальных образований Республики Башкортостан — 2019. — Б. 62.
  21. Итоги Всероссийской переписи населения 2020 года (по состоянию на 1 октября 2021 года) (урыҫ)
  22. Итоги Всероссийской переписи населения по Республике Башкортостан (pdf). Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республике Башкортостан. Дата обращения: 5 март 2013. Архивировано 9 март 2013 года.(недоступная ссылка)
  23. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 14 ноябрь
  24. Аиткулова Эльвира Ринатовна
  25. Башҡортостан Республикаһының Ҡатын-ҡыҙҙар берлеге идара рәйесе 2013 йыл 6 декабрь архивланған.
  26. Загиров Наиль Хайбуллович
  27. Ишбаев Гниятулла Гарифуллович
  28. Магжанов Рим Валеевич 2013 йыл 11 май архивланған.
  29. Минасов Булат Шамильевич
  30. Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы, Математика анализы кафедраһы мөдире
  31. Башҡорт энциклопедияһы — Төпәев Салауат Харис улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 11 февраль 2019)
  32. Башҡорт энциклопедияһы — Фәтҡуллин Ринат Абдулла улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2019)
  33. Гайсин Салават Мухтарович
  34. Муниципальный район Учалинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Главная / Район / Почетные граждане: Гайфуллин Вакиф Шагимуратович(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 сентябрь 2018)
  35. Вильданов Салават Галиевич
  36. Башҡорт энциклопедияһы — Шәрәфетдинов Әҙһәм Ғәни улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 23 декабрь 2018)
  37. [1]
  38. [2] 2017 йыл 25 июнь архивланған.
  39. Легендар диктор Рәсимә Кәримова вафат булды