Эстәлеккә күсергә

Ыҫтамғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Ыҫтамғол
Ыҫтамғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Урал

Координаталар

54°08′24″ с. ш. 59°09′58″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 891 003

ОКТМО коды

80 653 491 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ыҫтамғол (Рәсәй)
Ыҫтамғол
Ыҫтамғол
Ыҫтамғол (Башҡортостан Республикаһы)
Ыҫтамғол

Ыҫтамғол (рус. Истамгулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Урал ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 278 кеше[1]. Почта индексы — 453742, ОКАТО коды — 80253891003.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 45 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Уральск): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 52 км[2]

Ыҫтамғол ауылы 1737 йылдан билдәле. Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Ауылға улус старшинаһы Истамғол Юлдашев исеме бирелгән. Икенсе исеме Ҡыштау булған. Шулай уҡ А(И)сламгулово тип тә теркәлгән[3]. 7—8 ауыл 6-сы кантондың 26-сы йортона ҡараған.

Ыҫтамғол ауылында 1795 йылда 11 йортта 35 ир-ат һәм 45 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

1846 йылда 222 кеше йәшәгән 47 йортҡа 300 ат, 200 һыйыр, 200 һарыҡ, 10 кәзә тура килгән. Шул уҡ ваҡытта 64 бот ужым һәм 928 бот яҙғы иген сәселгән. XIX быуат уртаһына йорттар һаны 58-гә, ә халҡы 340 кешегә тиклем артҡан. 1850 йылда Баҙарғолдан — 4, Ишмәкәйҙән — 3, Рәсүлдән 10 ғаилә күсеп килә. 1866 йылда 61 хужалыҡта 336 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған.

1920 йылда 115 йортта 547 кеше йәшәгән. Ауыл күрше ауылдарҙан күсеп килгәндәр иҫәбенә үҫкән. 1920 йылда ауылдан бер-ике саҡрым алыҫлыҡта Киселёвтарҙың берәр тирмәне була[4].

Әлеге ваҡытта Ыҫтамғол ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 430
1920 йыл 26 август 547
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 454
1959 йыл 15 ғинуар 408
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 297
2002 йыл 9 октябрь 318
2010 йыл 14 октябрь 278 144 134 51,8 48,2
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, Ыҫтамғол ауылында башҡорттар (99 %) йәшәй[5].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
  • Йылға аръяғы тыҡрығы (рус. Заречный переулок)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
  • Тау аҫты урамы (рус. Подгорная улица)
  • Йылға урамы (рус. Речная улица)
  • Үҙәк урамы (рус. Центральная улица)
  • Үҙәк тыҡрыҡ (рус. Центральный переулок)[6]
Ер-һыу атамалары

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Алсынбаев Мөхәммәт Алсынбай улы (рус. Алсынбаев Мухамет Алсынбаевич; 1903—1968) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының хәрби ашатыу взводы повозочныйы. Гвардия ҡыҙылармеецы. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры
  • Әбделнасир Көрмәнкәев — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.
  • Ильясов Спартак Мөжәүир улы (7.11.1941) — комсомол һәм партия органдары, ауыл хужалығы ветераны, яҙыусы, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. 2012 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2015), М. Буранғолов исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012)
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Ыҫтамғол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан