Көсөк (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Көсөк
Көсөк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Илсеғол

Координаталар

54°50′13″ с. ш. 59°54′43″ в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 820 007

ОКТМО коды

80 653 420 116

Көсөк (Рәсәй)
Көсөк
Көсөк
Көсөк (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Көсөк

Көсөк, Ай-Көсөк рус. КучуковоБашҡортостандың Учалы районындағы ауыл, Илсеғол ауыл советына ҡарай. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 72 кеше[1]. Почта индексы — 453715, ОКАТО коды — 80253820007.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көсөк ауылы 1834 йылда тәүге төпләнеүсе исеменән барлыҡҡа килә, унда 98 кеше йәшәй. Көсөктөң улдары билдәле. Өлкән улы Айҙарәли, кесе улы Айҙәрбәк Көсөков. 25 йылдан һуң ауылда 18 хужалыҡта 202 кеше иҫәпләнә. 1859 йылда Көсөк ауылында 18 хужалыҡ иҫәпләнгән, унда рәүиз 38 ғаилә асыҡлаған. 103 кешенең 180 аты, 40 һыйыры, 150 һарығы, 15 баш кәзәһе булған. Һандар күсмә хужалыҡтың килемһеҙлеген күрһәтә. Шул уҡ 1842 йылда 40 бот ужым һәм 392 бот яҙғы иген сәселгән. Айырым кешеләр йөҙ боттан ашыу иген сәскән. Былар — Сибай Ғәбделғәзизов, Байморат Аҡкөсөкөов, Әхмәт Байгильдин, Абүбәкер Сәйетов һәм Бикбай Ғәбделғәзизовтар[2].

2008 йылға тиклем Һөйөндөк ауыл Советына ингән.

"Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошона түбәндәге үҙгәрештәрҙе индерергә:

43) Учалы районы буйынса:


б)Илсеғол ауылында административ үҙәге менән «Илсеғол ауыл Советы» атамаһын һаҡлап, Илсеғол һәм Һөйөндөк ауыл советтарын берләштерергә.

Һөйөндөк ауыл советының Көсөк, Һөләймән, Һөйөндөк, Устиновка ауылдарын Илсеғол ауылы Советына индерергә.


Илсеғол ауыл Советының сиктәрен күрһәтелгән схема картаһына ярашлы раҫларға.

Һөйөндөк ауыл Советын мәғлүмәттәр иҫәбенән төшөрөп ҡалдырырға.

Халыҡ һаны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 72 40 32 55,6 44,4
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100  %)[3].

Ауылда башҡорт теленең көнсығыш һөйләш теле — мейәс һөйләше ныҡ үҫешкән.

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1816 йылда[4] Көсөк ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

Географик урыны[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 92 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Һөйөндөк): 7 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Устиново): 11 км[5].

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Манатов урамы (рус. улица Манатова)
  • Мортазин урамы (рус. улица Муртазина)
  • Шишмә урамы (рус. Родниковая улица)
  • Хәбиб Әйүпов урамы (рус. улица Хабиба Аюпова)
  • Һандуғас урамы (рус. улица Хандугас)[7]

Тирә-яҡ мөхит[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Күк Дүнән тауы
  • Күк Дүнән йылғаһы
  • Әсеташ ташы

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 24. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  3. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  4. ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Память народа
  7. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]