Эстәлеккә күсергә

Мортазин Ибраһим Ғаззали улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Мортазин Ибраһим Ғаззали улы (? — 1920) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 28-се полкы командиры (1920).

Мортазин Ибраһим Ғаззали улы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Муса Мортазиндың өс туған ҡустыһы.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, тыуған яҡтарына унтер-офицер дәрәжәһендә ҡайта. 1918 йылда ағаһы Муса Мортазин менән Тамьян-Ҡатай кантонында 1-се Башҡорт кавалерия полкын ойоштороуҙа ҡатнаша. Артабан ошо полк сафында хеҙмәт итә. Архив документтарында 1919 йылдың ғинуарында 1-се Башҡорт кавалерия полкының командиры корнет Муса Мортазин менән бергә 2-се эскадрон командиры прапорщик Мортазин телгә алына (ЦГАОО РБ. Ф. 9776. Оп. 2. Д. 9. Л. 112.) Ул Ибраһим Мортазин булһа кәрәк[1]. Башҡорт командованиеһы 1918 йылда, милли армияны башҡорт командирҙары менән тулыландырыу маҡсатында, Ырымбурҙа прапорщиктар курстары асып, элекке унтер-офицерҙарҙы уҡыта һәм прапорщик дәрәжәһенә күтәрә. Шулай уҡ улар яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн дә яңы званиеларға лайыҡ була. Мәҫәлән, Герман һуғышынан кесе фейерверкер (артиллериялағы унтер-офицер дәрәжәһендә) булып ҡайтҡан Муса Мортазин башҡорт ғәскәрендә корнет (кавалериялағы звание) чинын ала.

Ибраһим Мортазин 1-се Башҡорт кавалерия полкы сафында 1919 йылдың февралендә ҡыҙылдар яғына сыға. Артабан Башҡорт бригадаһы составында Урал фронтында казактарға ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Бригада 1919 йылдың декабренән алып 1920 йылдың апрель аҙағына тиклем Ырымбур ҡалаһы янындағы Ҡарғалы биҫтәһендә тора.

1920 йылда Польша фронтында Ибраһим Мортазин Айырым Башҡорт кавалерия бригадаһының 28-се полкы менән командалыҡ итә. Ул етәкселек иткән 28- се полк яуҙарҙа ҙур батырлыҡтар күрһәтә. Ибраһим Мортазин үҙен ҡурҡыу белмәҫ, оҫта командир итеп күрһәтә:

«Киевтан сигенеп барыусы дошман 14 июндә бөтә көсө менән Зарудье ауылына ташланды. Ауылда башҡорт частары тора ине. Дошмандың 60-сы Краков пехота полкы иртә менән ҡапыл ғына көньяҡтан 27-се полк участкаһына бәреп инде лә полк штабын алды. Комбриг бригадаға ниндәй көстөң ябырлы уын асыҡлағас, полктарға Зарудьены алырға, дошманға ундағы күперҙе шартлатыуға форсат ҡалдырмаҫҡа бойороҡ бирҙе. 28-се полк Ирша йылғаһының уң ярынан һөжүм итте. 1-се полк фронттан һөжүм итте һәм өс сәғәткә һуҙылған көслө һуғыштан һуң дошман ҡамауҙа ҡалды, уның бер өлөшө генә ҡулсаны йырып сыға алды; бер батальондың штабы, 18 пулеметы беҙҙең ҡулға күсте, 250 кешеһе тураҡланды, үҙебеҙҙең 27-се полк штабы ҡотҡарылды. Был һуғышта 28-се полк командиры И. Мортазин иптәштең сая батырлығын билдәләмәй мөмкин түгел»[1]

— тип яҙа Муса Мортазин үҙенең китабында.

Бригада Киевтан сигенеп барған дошмандың артынан ҡалмай ҡыуа. 21 июндән 22-һенә ҡараған төндө Башҡорт бригадаһы Игнатополь ауылын алып, шунда туҡтала.

«Таң алдынан дошман, ике полкы менән беҙҙе һул яҡтан уратып үтеп һәм Жерев йылғаһындағы күпергә барып етеп, көтмәгәндә Игнатополде ҡаманы һәм бригада штабына һөжүм итте. Һаҡта торған полк, дошман бронепоезы утына эләгеп, сигенгән, һәм полк менән штаб араһында бәйләнеш өҙөлгән. 28-се кавалерия полкы, штабтың комендант командаһы һәм батарея (ике туп) ҡамауҙа ҡалды. Бригада частары сая һуғыштарҙан һуң төньяҡ-көнсығыш йүнәлешендә ҡулсаны өҙөп сыға алды; 28-се полк бер-нисә тапҡыр контрһөжүмгә ташланды һәм, ҙур юғалтыуҙар кисереп, ҡоралдарын һаҡлап килеп сыҡты, бригада штабын да сығарыуға өлгәште. Юғалтыуҙар: 28-се полк командиры И. Мортазин, эскадрон командиры Андреев, 60 ҡыҙылармеец үлде, 27-се полк штабы юғалды. Һуғыштың уңышһыҙ бөтөүөнең сәбәптәре: элемтәнең насарлығы, яҡшы карталарҙың булмауы, һаҙлы ерҙең һыбайлы сафтарға һуғышырға ҡамасалауы»[1]

— тип яҙа Муса Мортазин.

Шул уҡ көндө бригада, полктарын тәртипкә килтереп, көндөҙгө сәғәт дүрттә Игнатополь ауылын яңынан баҫып ала. Батырҙарса һәләк булған 28-се полк командиры Ибраһим Мортазинды ошонда ерләйҙәр.

Муса Мортазин «Башҡортостан һәм башҡорт ғәскәрҙәре Граждандар һуғышында» китабында бирелгән «Башҡорт частарының Граждандар һуғышында ҡаһарманлыҡ күрһәткән яугирҙарының исемлеге»ндә Ибраһим Мортазинды Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде, тип яҙа. Әммә «РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге»ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы телгә алынмай. Ибраһим Мортазин тураһындағы мәғлүмәт был китапҡа ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында инмәй ҡалған. Сөнки ул китапта Айырым Башҡорт уҡсылар бригадаһы штабы начальнигы Заһит Гәрәевтең дә исеме юҡ, ләкин уның Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнеүе бәхәсле түгел[1].

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 [1]
  • [2] Азат ЯРМУЛЛИН. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары. ӨФӨ — 2011.