Эстәлеккә күсергә

Баҙарғол

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Баҙарғол
Баҙарғол
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Урал

Координаталар

54° с. ш. 59° в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 891 002

ОКТМО коды

80 653 491 106

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Баҙарғол (Рәсәй)
Баҙарғол
Баҙарғол
Баҙарғол (Башҡортостан Республикаһы)
Баҙарғол

Баҙарғол (рус. Базаргулово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 47 кеше[1]. Почта индексы — 453742, ОКАТО коды — 80253891002.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 39 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Уральск): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Учалы): 46 км[2]

1812 йыл алдынан Баҙарғол ауылы барлыҡҡа килә. Уға 1776—1845 йылдарҙа йәшәгән зауряд-сотник Баҙарғол Ботланов (Биктәшев) нигеҙ һала. 1834 йылда ауылда — 35, 1850 йылда — 55, 1920 йылда 30 йорт-хужалыҡ иҫәпләнә. Ә халыҡ һаны ярашлы рәүештә 249,126, 212 тәшкил итә. 1919—1930 йылдарҙа ауыл Күбәләк-Теләү улусы составында. Баҙарғол һәм Ишкенә ауылдары халҡы июль урталарына тиклем ауылдан 2,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан Исемһеҙ шишмә һәм Урал һырты түбәһендә күсенеп йөрөгән. Малсылыҡ көрсөк хәлендә була: 37 хужалыҡҡа (250) ни бары 80 ат, 70 һыйыр, 20 һарыҡ тура килә. Ошо уҡ кешеләр 152 бот ужым һәм 1584 бот яҙғы иген сәскән. XIX быуаттың 30-сы йылдарынан алып Ҡандыболаҡ йылғаһы буйында һыу тирмәне эшләгән[3].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 47 23 24 48,9 51,1
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (100 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Мөхәмәтйәр Яҡшымбәтов1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813-1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы. «1814 йылдың 19 мартында Парижды алған өсөн» һәм «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалдары кавалеры.
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
  • Үҙәк тыҡрыҡ (рус. Центральный переулок)[5]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

  • Урал һырты

Йылға-шишмәләр:

  • Ҡандыболаҡ йылғаһы
  • Исемһеҙ шишмә
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 19. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Госсправка сайтында урамдар исеме