Эстәлеккә күсергә

Миндәк (Учалы районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Миндәк
рус. Миндяк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Ауыл советы

Миндәк

Координаталар

54°01′59″ с. ш. 58°48′09″ в. д.HGЯO

Нигеҙләнгән

1938

Халҡы

2282[1] кеше (2010)

Милли состав

урыҫтар, башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 848 001

ОКТМО коды

80 653 448 101

ГКГН номеры

0518576

Миндәк (Рәсәй)
Миндәк
Миндәк
Миндәк (Учалы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Миндәк

Миндәк (рус. Миндяк) — Башҡортостан Республикаһының Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 2282 кеше булған[2]. ОКАТО коды — 80253848001.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 27 км

Ауылдан төньяҡ-көнсығыштараҡ Миһиле күле урынлашҡан.

Благодатный алтын ятҡылығын үҙләштереүгә бәйле, XX быуаттың 30-сы йылдарында Миндәк руднигы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. XX быуаттың 50-60-сы йылдарында Миндәк XVIII быуаттың беренсе яртыһында нигеҙләнгән Килмәк ауылы һәм 1847 йылда барлыҡҡа килгән сотник Рафиҡ Сәғитов исемен йөрөткән Рафиҡ ауылы менән ҡушылған[3] [4]. 1938 йылдан алып эшселәр ҡасабаһы, 2005 йылда ауыл статусын ала.

2004 йылдың 17 декабрендәге «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошонда үҙгәрештәр, Башҡортостан Республикаһында муниципаль берәмектәрҙең сиктәрен үҙгәртеү һәм үҙгәртеп ҡороу тураһында» 125-з һанлы Башҡортостан Республикаһы Законы менән Миндәк эшселәр ҡасабаһы (Миндәк ҡасаба советы) тораҡ тибын ауыл тип билдәләп, ауыл биләмәһе категорияһына индерелә.

Миндәк ауылында 2 урта мәктәп, балалар баҡсаһы, балалар сәнғәт мәктәбе, участка дауаханаһы, 2 фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, 2 клуб, китапхана, 3 мәсет, сиркәү бар.

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 3687
1959 йыл 15 ғинуар 5334
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 3013
2002 йыл 9 октябрь 2949
2010 йыл 14 октябрь 2282 1131 1151 49,6 50,4

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1834 йылда[5] Миндәк ауылында ла ревизия (рәүиз) һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.

  • Октябрҙең 50 йыллығы урамы (рус. улица 50 лет Октября)
  • 8 Март урамы  (рус. улица 8 Марта)
  • Аҡ диңгеҙ урамы  (рус. Беломорская улица)
  • Билалов урамы  (рус. улица Билалова)
  • Большевик урамы  (рус. Большевицкая улица)
  • Үрге Рафиҡ урамы  (рус. улица Верхнее Рафиково)
  • Үрге Пролетар урамы  (рус. Верхнепролетарская улица)
  • Үрге Өфө урамы  (рус. Верхнеуфимская улица)
  • Ғ. Туҡай урамы  (рус. улица Г.Тукая)
  • Гагарин урамы  (рус. улица Гагарина)
  • Тау урамы  (рус. Горная улица)
  • 1-се Тау урамы  (рус. Горная 1-я улица)
  • 2-се Тау урамы  (рус. Горная 2-я улица)
  • 3-сө Тау урамы  рус. Горная 3-я улица)
  • 4-се Тау урамы  (рус. Горная 4-я улица)
  • Йәшел урам  (рус. Зеленая улица)
  • Киров урамы  (рус. улица Кирова)
  • Ҡыҙыл Гужевик урамы  (рус. улица Красный Гужевик)
  • Урман урамы  (рус. Лесная улица)
  • Ағас бысыу урамы  (рус. Лесопильная улица)
  • Ағас бысыу тыҡрығы  (рус. Лесопильный переулок)
  • М.Ғафури урамы (рус. улица М.Гафури)
  • Йәштәр урамы  (рус. Молодежная улица)
  • Яр буйы урамы  (рус. Набережная улица)
  • Түбәнге Рафиҡ урамы  (рус. улица Нижнее Рафиково)
  • Николаев урамы  (рус. Николаевская улица)
  • Яңы урам  (рус. Новая улица)
  • Яңы Көс урамы  (рус. Новая Силовая улица)
  • Күл урамы  (рус. Озерная улица)
  • Октябрь урамы  (рус. улица Октябрьская)
  • Партизан урамы  (рус. Партизанская улица)
  • Беренсе Май урамы  (рус. Первомайская улица)
  • Быуа урамы  (рус. Плотинная улица)
  • 1-се Тау аҫты урамы  (рус. 1-я Подгорная улица)
  • 2-се Тау аҫты урамы  (рус. 2-я Подгорная улица)
  • Почта урамы  (рус. Почтовая улица)
  • Пролетар урамы  (рус. Пролетарская улица)
  • Йылға урамы  (рус. Речная улица)
  • Сәсмә урамы  (рус. улица Россыпь)
  • С.Юлаев урамы  (рус. улица С.Юлаева)
  • Баҡса урамы (рус. Садовая улица)
  • Көс урамы  (рус. Силовая улица)
  • Совет урамы  (рус. Советская улица)
  • Совет тыҡрығы  (рус. Советский переулок)
  • Урал урамы  (рус. Уральская улица)
  • Урал тыҡрығы  (рус. Уральский переулок)
  • Өфө урамы  (рус. Уфимская улица
  • 1-се Өфө тыҡрығы  (рус. 1-й Уфимский переулок)
  • 2-се өфө тыҡрығы (рус. 2-й Уфимский переулок)
  • 3-сө Өфө тыҡрығы  (рус. 3-й Уфимский переулок)
  • Фабрика урамы  (рус. Фабричная улица)
  • Хисмәтуллин урамы  (рус. улица Хисматуллина)
  • Шахта урамы  (рус. Шахтная улица)
  • Мәктәп урамы  (рус. Школьная улица)[6]

Миндәк автостанцияһы.

Автобус юлы.

Йылғалар

  • Мараҙы йылғаһы
  • Миһеле күле
  • Шәғәр йылғаһы

Тауҙар

  • Әғәсташ тауы
  • Миндәк тауы
  • Ташъяр тауы
  • Мәйәрҙәк тауы[7]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Аҡсатүбә. 1965 йылда Учалы р-ны Миндәк поселогында прииск эшсеһе Байғаҙин Нәжип Ғәбделлатип улынан (1906 йылғы) Б. Шәрипов яҙып алған, — Ск. Башк., 1969, с. 100; БХИ, РЛ, № 87 (Р. Ғарипов тәржемәһендә)[8].