Ҡаҙаҡҡол
Ауыл | |
Ҡаҙаҡҡол рус. Казаккулово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл Советы | |
Координаталар | |
Майҙаны |
= км² |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар |
Почта индексы |
453745 |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Ҡаҙаҡҡол — Башҡортостан Республикаһының Учалы районында ауыл, Ҡаҙаҡҡол ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 117 кеше[2]. Почта индексы — 453745, ОКАТО коды — 80253835001.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миндәк йылғаһында XVIII быуаттың 30-сы йылдарында уҡ Ҡаҙаҡҡол ауылы барлыҡҡа килә. Ауыл Ярбаш булараҡ та теркәлгән. V рәүиз ваҡытында 75 ир-ат һәм 74 ҡатын-ҡыҙ менән 24 йорт иҫәпләнә. 1859 йылда 49 йортта 134 ир-ат һәм 130 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 1919—1930 йылдарҙа — Тамъян-Ҡатай кантонының Күбәләк-Теләү улусы үҙәге. Совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса 385 кеше менән 72 хужалыҡ иҫәпләнгән. Тәүге төпләнеүсе Ҡаҙаҡҡол. Уның улдарының исемдәре билдәле. Был — Мырҙағол, уның балалары Ныязғол, Камалетдин, Нәфләтдин; йорт старшинаһы Сурағол (1773—1841), Исхаҡ (1792-1842), Юныс (1794-1839), Ихсан, 1799 йылда тағы Абзаҡ һәм Әйүп Ҡаҙаҡҡоловтар булған. Абзаҡ Ҡобағош ауылына күсенә, был ике ауылдың генетик бәйләнештәре тураһында раҫлай.
49 хужалыҡ (312 кеше) май-август айҙарында йәйләүгә сыҡҡан. Шул уҡ йылда 1842 йылда уларҙың 200 аты, 150 һыйыры, 100 һарығы һәм 25 кәзәһе булған. Бөтә халыҡҡа 1842 йылда 128 бот ужым һәм 544 бот яҙғы иген сәселгән[3].
1900 йылда шулай уҡ урыҫ‑башҡорт училищеһы теркәлгән. 1919 йылда – Тамъян‑Ҡатай кантонының административ үҙәге[4]
Хәҙерге осор
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миндәк ауыл Советына ҡарай. Ауылда фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, мәсет, магазиндар бар.
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 117 | 57 | 60 | 48,7 | 51,3 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (96 %)[5].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Ревизия материалдарында
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1834 йылда[6] Ҡаҙаҡҡол ауылында ла рәүиз (ревизия) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Миндәк йылғаһы буйында урынлашҡан.
- Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 75 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Урал-Тау): 13 км
Ер-һыу атамалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тауҙар
- Аҡбура тауы
- Ҡондорсаҡ тауы
- Үрәҙе тауы
- Өҫтөбейек тау
Йылға-күлдәр
- Өҫкөл күле
- Бесек йылғаһы
- Шәгәр йылғаһы[7]
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡаҙаҡҡолов Риф Ғүмәр улы (1949), хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре. 1994—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының урман хужалығы, тәбиғәт ресурстары һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау министры. Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған урман хужалығы хеҙмәткәре.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Тау урамы (рус. Горная улица)
- 1-се Миндәк тыҡрығы (рус. Миндякский 1-й переулок)
- 2-се Миндәк тыҡрығы (рус. Миндякский 2-й переулок)
- Миндәк урамы (рус. Миндякская улица)[8].
Видеофильмдарҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Ҡаҙаҡҡол
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- ↑ Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1834 йылғы ревизия материалдары(недоступная ссылка)
- Ҡаҙаҡҡол // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2019)
- Казаккулово на портале «Генеалогия и Архивы» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 20 ноябрь 2019)
- Башҡортостан Республикаһы топонимдар һүҙлеге
Был Башҡортостан географияһы буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |