Эстәлеккә күсергә

Баттал

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Баттал
Баттал
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы районы

Ауыл советы

Миндәк

Координаталар

54° с. ш. 59° в. д.HGЯO

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 848 004

ОКТМО коды

80 653 448 116

Баттал (Рәсәй)
Баттал
Баттал
Баттал (Башҡортостан Республикаһы)
Баттал

Баттал (рус. Батталово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Миндәк ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 316 кеше[1]. Почта индексы — 453746, ОКАТО коды — 80253848004.

Баттал ауылына Верхнеурал өйәҙе Күбәләк улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. XVIII быуат аҙағында Баттал (Әнәк) исемле ике утар булған. 1795 йылғы V рәүиз ваҡытында ундағы 5 йортта 47 кеше теркәлгән. XIX быуат уртаһында 197 кеше 34 йортта йәшәгән. 11 ғаилә Ҡобағош ауылына күсеп киткән. Ауыл халҡы артабан бик үк артмаған. Тәүге төпләнеүсе билдәһеҙ, әммә уның улдарының һәм ейәндәренең исемдәре билдәле. Өлкән улы Аҙнағол (1762—1848), уның улдары — Килмөхәмәт (уның — Мәһәҙей, Мәғәфүр), Абдрахман (уның — Бикмөхәмәт, Мөхәмәтзариф, Сафа), Юлмөхәмәт (уның — Шәриф, Ҡолмөхәмәт, Әхмәтйәнн, Хисмәтулла). Икенсе улы Бәхтегәрәй (1764—1843), уның 4 улы — Абдулмәжит (уның — Күмәккилде, Юлбирҙе, Дәүләтбирҙе, Ғәҙелша), Абдулхалиҡ, Ҡунаҡсура (1791—1843), уның балалары Ғәлекәй, Ғәлиәсҡәр, Ғәлиулла һәм Фәтҡулла, 4-сеһе Абдулнасир, 1802 йылғы (уның улдары — Шәрип, Йыһанша). Батталдың өсөнсө улы Йомағол (1770—1849); дүртенсе улы — Аҙнабай, 1781 йылғы[3][4].

30 йорт-хужалыҡтан 218 кеше йәйләүгә сыҡҡан. Ауылдан 2—4 саҡрым алыҫлыҡта 15 июндән 1 сентябргә тиклем Аҡры, Әнтәк, Ҡораменәй, Реҡарғаз, Ҡылы йылғалары буйында күсенеп йөрөгәндәр. 1842 йылда ауыл халҡына 150 ат, 100 һыйыр, 150 һарыҡ тура килгән. 216 бот ужым ашлығы һәм 456 бот яҙғы иген сәскәндәр. Ишмөхәмәт Аҙнағолов һәм Хөббихужа Исламғолов 100—113 бот яҙғы иген сәскән.

1866 йылда 32 йорт-хужалыҡта 215 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр[5].

Халыҡ һаны күп артмаған. 1920 йылда барыһы 222 кеше иҫәпләнгән[6].

Озёрный урта мәктәбе филиалы төп мәктәп эшләй, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 221
1920 йыл 26 август 222
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 196
1959 йыл 15 ғинуар 206
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 242
2002 йыл 9 октябрь 344
2010 йыл 14 октябрь 316 153 163 48,4 51,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, ауылда башҡорттар йәшәгән (100 %)[8].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
  • Баллы урам (рус. Медовая улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Салауат Юлаев урамы (рус. улица Салавата Юлаева)
  • Ҡояш урамы (рус. Солнечная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[9].

Тарихи ҡомартҡылар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Байым әүлиә ҡәбере
  • Башташ тауы
  1. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  2. Баттал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. Баттал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 21. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  7. Баттал // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  9. Госсправка сайтында урамдар исеме