Эстәлеккә күсергә

Иҫке Балбыҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Балбуҡ битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Балбыҡ
рус. Старбалбуково
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башкортостан

Муниципаль район

Учалы

Сельсовет

Туңғатар

Координаталар

54°39′42″ с. ш. 59°40′38″ в. д.HGЯO

Халҡы

166[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453711

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 884 010

ОКТМО коды

80 653 484 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Балбыҡ (Рәсәй)
Иҫке Балбыҡ
Иҫке Балбыҡ
Иҫке Балбыҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Балбыҡ


Иҫке Балбыҡ (рус. Старобалбуково) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 166 кеше[2]. Почта индексы — 453711, ОКАТО коды — 80253884010.

Балбыҡ — Уй йылғаһы буйында ҡара-табынлылар торағы. Ул 19 йорто менән 1784 йылғы IV рәүиздә билдәле булған. X рәүиз ваҡытында 32 йортта 357 кеше иҫәпләнгән. 1859 һәм 1865 йылдар Йәнбикә йылғаһында 16 йортта йәшәгән 78 кешеһе менән Кесе Балбыҡ ауылы билдәле булған. 1920 йылғы совет халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылда 29 йортта 134 кеше иҫәпкә алынған, ә иҫке ауылда 59 йортта 332 кеше теркәлгән.

1841 йылда 32 йорттағы һәр кешегә 7,5 ат, 2,2 һыйыр, 6,5 һарыҡ, 1,4 кәзә тура килгән. Йәй йәйләүгә сыҡҡандар. Шулай уҡ ауыл халҡы игенселек менән шөғөлләнгән. Бынан тыш алтын кәсебе менән шөғөлләнгәндәр[3]

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 166 80 86 48,2 51,8
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт — башҡорттар (98 %)[4].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа 56 км һәм Ҡорама тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 16 км алыҫлыҡта Уй йылғаһы буйында урынлашҡан.

  • Район үҙәгенә тиклем (Учалы): 56 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Иҫке Байрамғол): 9 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Ҡорама): 16 км[5].
  • Клуб урамы (рус. Клубная улица)
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная улица)[6].
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 14. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  4. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  5. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  6. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан