Кирәбе
Ауыл | |
Кирәбе Кирәбе | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл советы | |
Координаталар | |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Кирәбе (рус. Кирябинское) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Кирәбе ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 485 кеше[1]. Почта индексы — 453725, ОКАТО коды — 80253840001.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Урал йылғаһы бассейнына ҡараған Кирәбе йылғаһы буйында урынлашҡан.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1767 йылда Кирәбе йылғаһы буйында, Себер даруғаһы Ҡаратабын улусы биләмәләрендә Кирәбе баҡыр руднигы асыла. Кем уны асҡан — билдәһеҙ. Әммә рудник 1827 йылға тиклем эшләй. Ул йылға исеменән Кирәбе тип атала, һуңғараҡ ул Златоуст заводы төҙөлөшө менән бәйле аҫаба ерҙәрен ҡалдырып китергә мәжбүр булған Ҡыуаҡан башҡорттары төйәге була[4].
XIX быуаттың 30-сы йылдарынан бында алтын сығара башлайҙар. Тәртип бында бик ҡаты булған, рудник менән десятник идара иткән, улар ғәйеплеләрҙе аяуһыҙ ҡамсылаған. Рудник һөргөн урыны була. 1773 йылда баш күтәргән башҡорттар, бөтә документацияһын юҡ итеп, 268 рудник кешеһен «әсирлеккә» ала һәм карателдәрҙән алып ҡасҡан да, уларҙы алыҫҡа, үҙҙәренең ауылдарына оҙатҡан. 1839 йылда Кирәбе руднигында 73 йортта 204 ир-егет, 213 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә. 1920 йылда 369 йортта 1899 кеше йәшәй[5].
1866 йылда 130 йортта 652 кеше йәшәгән. 1900 йылда сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, һыу тирмәне теркәлгән.
XX быуат башында хәҙерге статусын ала[6]
Бөгөнгөһө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әлеге ваҡытта ауылда төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].
Халыҡ һаны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1899 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1204 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1002 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 556 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 593 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 485 | 227 | 258 | 46,8 | 53,2 |
- Милли составы
2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, Кирәбе ауылында урыҫ милләтлеләр (75 %) күпселекте тәшкил итә[7].
1900 йылда 1143 кеше йәшәгән.
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Яр урамы (рус. Береговая улица)
- Дауахана урамы (рус. Больничная улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная улица)
- Йәшел урам (рус. Зеленая улица)
- Ҡамыш тыҡрығы (рус. Камышинский переулок)
- Урман тыҡрығы (рус. Лесной переулок)
- Үҙән тыҡрығы (рус. Логовой переулок)
- Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный переулок)
- Никольский урам (рус. Никольская улица)
- Почта урамы (рус. Почтовая улица)
- Яҡты урам (рус. Светлая улица)
- Күксин тыҡрыҡ (рус. Сиреневый переулок)
- Сәскә урамы (рус. Цветочная улица)
- Үҙәк урам (рус. Центральная улица)
- Цех урамы (рус. Цеховая улица)
- Мәктәп тыҡрығы (рус. Школьный переулок)[8]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ Кирәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ 6,0 6,1 Кирәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Госсправка сайтында урамдар исеме
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кирәбе // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 29. — ISBN 978-5-295-04683-4.