Учалы (станция)
Учалы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Хужаһы | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Рәсми асылыу датаһы | 1959 |
Тимер юл һыҙаты | Көньяҡ Урал тимер юлы |
Ҡулланыу статусы | ҡулланыла[d] |
Код станции | 84530 |
Учалы — Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылындағы Силәбе Көньяҡ-Урал тимер юлының Златоуст төбәге тимер юл станцияһы. Йөк станцияһы.
Тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1953 йылда Мейәс — Учалы тимер юлы ғәмәлгә инә. Учалы станцияһының коды 80570. Йөк станцияларына ҡарай. Көньяҡ-Урал тимер юлының Силәбе бүлегенә инә. Учалы тимер юл станцияһынан 10 км алыҫлыҡта Өфө-Силәбе һыҙығында Башҡортостан Республикаһының Учалы районы үҙәге Учалы ҡалаһы урынлашҡан. Ул Өфөнән 450 км көньяҡ-көнсығышта, Көньяҡ Уралда, Уралтауҙың көнсығыш тау армыттарында урынлашҡан. Күлдәр менән уратып алынған.
Станцияла түбәндәге ғәмәлдәр тормошҡа ашырыла: 3-тән 5-кә тиклем тонна йөк биреү, түбәһе ябыҡ складтарҙан ваҡ йөктәрҙе ҡабул итеү һәм биреү. Станция коммерция операциялары яһай: багажды ҡабул итеү һәм биреү; пассажир билеттары һатыу һәм башҡалар. Вокзал бинаһы бер ҡатлы, бәләкәй. Күптән түгел станцияла ремонт эшләнә, вокзал бинаһы тыштан һарғылт төҫкә буяла.
2013 йылда Мейәс — Учалы ҡала яны поезы туҡтатыла. Бының менән бәйле станция пассажирҙар функцияһын юғалта. 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса Учалы станцияһы вокзалында тәүлек әйләнәһенә билет кассаһы эшләй.