Эстәлеккә күсергә

Туңғатар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Туңғатар
рус. Тунгатарово
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Учалы

Координаталар

54°36′04″ с. ш. 59°43′44″ в. д.HGЯO

Халҡы

504[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34791

Почта индексы

453714

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 253 884 005

ОКТМО коды

80 653 484 136

Туңғатар (Рәсәй)
Туңғатар
Туңғатар
Туңғатар (Башҡортостан Республикаһы)
Туңғатар

Туңғатар (рус. Тунгатарово) — Башҡортостандың Учалы районындағы ауыл. Туңғатар ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 504 кеше[2]. Почта индексы — 453714, ОКАТО коды — 80253884005.

Район үҙәгенән төньяҡ-көнсығышҡа табан 42 км һәм Ҡорама тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 7 км алыҫлыҡта Уй йылғаһы буйында урынлашҡан[4].

«Тунғатар» һүҙе төнгө һаҡсы тигәнде аңлата. Хандар заманында был ауыл халҡы төнгө ҡарауылда торған.

Туңғатар ауылына Себер даруғаһы Барын-Табын улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүсе 1735—1737 йылғы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан улустың абруйлы кешеһе Туңғатар Ҡорҡасыҡов исеме ауылға бирелгән. Туңғатарҙың улдары, ейәндәре ошо ауылда йәшәгән. Ауыл тәүге тапҡыр 1785 йылда документтарҙа күрһәтелгән. 1795 йылда ауылда 48 йортта 268 кеше иҫәпкә алынған. 64 йылдан һуң 94 йорт иҫәпләнгән, унда 378 ир-ат һәм 339 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән. 4-се Загорный кантоны Ҡаратабын улусының 1-се йортона Туңғатар ауылы ла ингән.

1841 йылда 89 йортта 733 ат, 120 һыйыр, 714 һарыҡ һәм 96 кәзә иҫәпләнгән. 502 кешегә 96 бот ужым һәм 984 бот яҙғы иген сәселгән[5]. 1855 йылға Туңғатар 7-се Башҡорт кантонының үҙәге булған. Туңғатар ауылында, улус үҙәгендә, ике мәсет, ике башланғыс мәктәп һәм почта станцияһы эшләгән.

XX быуат башында был ауылды башҡорт антропологияһын һәм этнографияһын өйрәнеүсе Сергей Руденко күреп киткән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылдың 239 йортонда йәшәгән 1198 кеше теркәлгән[6].

Халҡы «Саңғалык диорит карьеры» ААЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп (Комсомол урта мәктәбе филиалы), амбулатория, клуб, китапхана, мәсет бар.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) 870
1920 йыл 26 август 1198
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 970
1959 йыл 15 ғинуар 733
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 601
2002 йыл 9 октябрь 562
2010 йыл 14 октябрь 504 249 255 49,4 50,6
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, ауыл халҡы — башҡорттар (98 %)[7].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ревизия материалдарында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1859 йылда Туңғатар ауылында ла рәүиз (йәниҫәп) үткәрелә һәм уның материалдары Башҡортостандың Милли архивында һаҡлана[8].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әминев Ғималетдин Мортаза улы (рус. Аминев Гималетдин Муртазинович; ? − 25.02.1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 148-се гвардия артиллерия миномёт полкында пулемёт начальнигы. Ҡыҙылармеец
  • Кәримова Рәсимә Сәғит ҡыҙы (12.03.1939—21.06.2017), Башҡортостан радиоһы һәм телевидениеһының 1959—1999 йылдарҙағы дикторы. РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2014).
  • Сиражетдинов Сәлим Билал улы (рус. Сиражетдинов Салим Билалович, (1913—24.05.1978) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. III дәрәжә Дан ордены кавалеры (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1943) менән бүләкләнгән.
  • Сиражетдинов Иршат Фәрит улы (19.06.1954—15.12.2012), режиссёр. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1989)[9].
  • Янбаев Марат Салауат улы (рус. Янбаев Марат Салаватович; 10.04.1947) — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

2021 йылдың 28 августында Туңғатар ауылында Табын ырыуҙарының 5-се йыйыны үтте

  • Ирәндек урамы (рус. Ирандыкская улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Пионер урамы (рус. Пионерская улица)
  • Быуа урамы (рус. Прудная улица)
  • Уй урамы (рус. Уйская улица)[10]
  • Ер-һыу атамалары:
  • Үлектәр шишмәһе
  • Әүлиә һыуы йылғаһы[11]

Башҡорт халыҡ ижады информаторҙары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Этимгән. 1966 йылда Учалы районы Туңғатар ауылы Йәрмөхәмәтов Абдулла Әлмөхәмәт улынан (1878 йылғы) А. Камалов яҙып алған. Башҡорт халыҡ ижады. ΙΙ том. — Ғилми архив, ф. 3, оп. 63, д. 56, л. 65; БХИ, РЛ, № 138; БПЛ, № 66; БИТ, IIЛ, № 169.
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Туңғатар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 13. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Туңғатар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
  8. 1859 йылда үткән ревизия материалдары(недоступная ссылка)
  9. Башҡорт энциклопедияһы —Сиражетдинов Иршат Фәрит улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2019)
  10. Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 20 по Республике Башкортостан
  11. Башҡортостан Республикаһының топонимдар һүҙлеге