Эстәлеккә күсергә

Янбаев Марат Салауат улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Янбаев Марат Салауат улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 10 апрель 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Туңғатар, Туңғатар ауыл Советы (Учалы районы), Учалы районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Депутат Верховного Совета Башкирской АССР 12-го созыва

Янбаев Марат Салауат улы (рус. Янбаев Марат Салаватович; 10 апрель 1947 йыл) — ауыл хужалығы һәм муниципаль хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан Учалы районы «Поляковка» совхозы директоры, 1990—1994 йылдарҙа халыҡ депутаттарының район Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. 1990 йылдың 11 октябрендә Башҡорт АССР-ының ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

1947 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Туңғатар ауылында тыуған. Милләте — башҡорт[1].

Юғары белемле — 1968 йылда Силәбе ауыл хужалығы институтын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын 1968 йылда Учалы районы «Байрамғол» совхозында инженер-механик булып башлай.

1975—1984 йылдарҙа Учалы район «Сельхозтехника» берекмәһе директоры урынбаҫары, «Байрамғол» сохозының партия комитеты секретары булып эшләй.

1984 йылдан 1990 йылға тиклем — «Поляковка» совхозы директоры.

1990—1994 йылдарҙа — Халыҡ депутаттарының Учалы район Советы рәйесе — район хакимиәте башлығы. 1994 йылда Учалы район хакимиәте бөтөрөлә һәм шул сәбәпле Марат Салауат улы вазифаларынан китә[2].

1990 йылда Марат Салауат улы Янбаев Учалы районы, 264-се Поляковка һайлау округынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты итеп һайлана.

БАССР Юғары Советының экология һәм тәбиғәт ресурстарын рациональ файҙаланыу буйынса комиссияһы ағзаһы була[3][4].

Өйләнгән, ғаиләлә ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104
  2. Указ Президента РБ от 08.04.1994 N УП-179 «О Янбаеве М. С.» — 8 апреля 1994 года N УП-179(недоступная ссылка)
  3. 12 созыв (БАССР)
  4. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 30
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 16.