Мортазин Дауыт Лот улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Дауыт Лот улы Мортазин (1893—1926) — башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының эскадрон командиры (1920). Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Мортазин Дауыт Лот улы Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Күбәләк-Тиләү улусы Көсөк ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Көсөк-Маяҡ ауылы) тыуған. Муса Мортазиндың бер туған ҡустыһы.
Башҡортостан Республикаһының йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивында һаҡланған партия билетындағы (ЦГАОО РБ. Ф. 22. Оп.2. Д.493.) «Какие местности хорошо знаете?» тип исемләнгән графала Дауыт Мортазин: «Москва, Петроград, Харьков» тип күрһәткән. Тимәк ул, 1918 йылда аҡтар яғында Башҡорт армияһы сафында хеҙмәт итеп, 1919 йылдың февралендә башҡорт ғәскәрҙәре ҡыҙылдар яғына сыҡҡас, Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Көньяҡ фронтта Деникин ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан булған. Башҡорт полктары 1919 йылдың июнендә тап Харьков янында генерал Деникиндың ғәскәренә ҡаршы ҡанлы яуҙарҙа ҡатнаша[1].
1919 йылдың көҙөндә Башҡорт кавалерия дивизияһы Петроград фронтына, генерал Юденич армияһына ҡаршы йүнәлтелә. 1920 йылдың башында дивизия, Новгород губернаһына күсерелә һәм, һуғыштан иҫән ҡалған яугирҙарҙы бер полкка туплап, 1920 йылдың майында Польша фронтына Башҡорт айырым кавалерия бригадаһына оҙатыла. Дауыт Мортазин ағаһы Муса Мортазиндың бригадаһына барып ҡушылғандыр, тип фараз итеп була. 1920 йылда Дауыт Мортазиндың Польша фронтында Башҡорт кавалерия бригадаһының эскадрон командиры вазифаһында йөрөүе билдәле[2].
Муса Мортазин үҙенең китабында Дауытты яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнде тип яҙа. Әммә "РСФСР-ҙың Ҡыҙыл Байраҡ ордены һәм почетлы революцион ҡоралы менән наградланғандар исемлеге"ндә (Мәскәү, 1926) уның исем-фамилияһы күрһәтелмәгән, әммә ундай осраҡтар булған һәм Муса Мортазиндың ҡустыһы Дауыттың наградланыуы тураһындағы һүҙҙәренә ышанып булалыр.
Фронттан ҡайтҡас, Дауыт Мортазин Күбәләк-Тиләү улусы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.
1921 йылдың көҙөндә Дауыт Мортазин Партияны таҙартыу комиссияһының тоҙағына эләгә. Уны «талауҙар ойошторған Ҡаһарманов ячейкаһын булдырыуҙа, Колчак армияһында командир булараҡ хеҙмәт итеүҙә» ғәйепләп, партиянан сығаралар[3].
Мортазин Дауыт Лот улы 1926 йылда туберкулез cиренән вафат була.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [4] Азат ЯРМУЛЛИН. Комбриг Мортазин һәм уның яуҙаштары.ӨФӨ — 2011, 60-61 бит.