Ғайсин Салауат Мөхтәр улы
Ғайсин Салауат Мөхтәр улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Рәсүл ауылы |
Вафат булған көнө | |
Вафат булған урыны | |
Гражданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
1992-2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» берекмәһенең генераль директоры |
Наградалары һәм премиялары |
СССР-ҙың Почётлы радисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә хеҙмәткәре |
Ғайсин Салауат Мөхтәр улы (24 февраль 1940 йыл — 5 ғинуар 2023 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1992-2011 йылдарҙа «Башинформсвязь» йәмғиәтенең генераль директоры [1][2][3]. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Салауат Мөхтәр улы Ғайсин 1958-1959 йылдарҙа Учалы ҡалаһындағы төҙөлөш тресында ташсы һәм балта оҫтаһы булып эшләй.
1964 йылда Себер дәүләт телекоммуникациялар һәм информатика университетын, атап әйткәндә, Новосибирский элемтә электротехник институтын «телефон-телеграф бәйләнеше» һөнәре буйынса тамамлай.
1965—1975 йылдарҙа — баш инженер, артабан Белореттағы элемтә эксплуатацион-техника үҙәге начальнигы.
1976 йылдан Башҡорт АССР-ның ПТУС начальнигы урынбаҫары, 1987 йылдың ноябрендә ул бер тауыштан предприятие начальнигы итеп һайлана. 1992 йылда, БАССР ПТУС-ы «Башинформсвязь» ААЙ итеп үҙгәртелгәндән һуң, Салауат Ғайсин предприятиеның генераль директоры итеп тәғәйенләнә һәм уны 2011 йылға саҡлы етәкләй.
1990—1995 йылдарҙа БАССР Юғары Советы депутаты, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Вәкилдәр Палатаһы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы була [4].
Рәсәй Тәбиғи фәндәр Академияһының Почетлы академигы, Башҡорт дәүләт университетының Почетлы академигы, Телекоммуникацияларҙың Сифат Академияһы мөхбир ағзаһы, «Өфө» футбол командаһының Почетлы президенты.
2011—2014 йылдарҙа — «Башинформсвязь» ААЙ-енең Директорҙар советы рәйесе, «Ростелеком» ААЙ-е президенты кәңәшсеһе. Ғайсин Салауат Мөхтәр улының һәм ул етәкләгән ун мең кешенән торған предприятие хеҙмәткәрҙәрҙең тырышлығы менән БР халҡы фатирҙарында стационар телефондар урынлаштырыу йыл һайын 50 меңдән артыҡ тәшкил итә. Ҡалаларҙа яҡынса 60 процент ғаилә һәм ауыл ерҙәрендә 23 процентҡа яҡын ғаилә телефондар менән тәьмин ителгән. Башҡортостан Республикаһында урындағы тапшырғыстарҙың 72 радио тапшырыуы, 200 телевизион программаһы халыҡ иғтибарына еткерелә.
Ғаиләһе: өйләнгән, улы бар.
Салауат Мөхтәр улы Ғайсин 2023 йылдың 5 ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат булды[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Почёт Билдәһе» ордены
- Салауат Юлаев ордены
- «Маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙалы.
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған элемтәсеһе
- «Элемтә оҫтаһы».
- СССР-ҙың Почётлы радисы
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтәсеһе
Башҡорт дәүләт университетының Почётлы докторы, Коммуникациялар сифаты Халыҡ-ара академияһының мөхбир ағзаһы һәм Халыҡ-ара меценатлыҡ академияһы ағзаһы.
Китаптары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Очерки истории связи Башкирии» (Уфа, 1987)
- «Электросвязь в Башкортостане: от телеграфа до Интернета» (Уфа, 2001).
- «Верность слову» (Уфа, 2005)
- «Исповедь» (Уфа,2006).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ИА Башинформ
- ↑ ОАО «Башинформсвязь» 2018 йыл 18 июнь архивланған.
- ↑ Гайсин Салават Мухтарович 2020 йыл 29 февраль архивланған.
- ↑ сайт ГС Башкортостана 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
- ↑ Ушел из жизни экс-руководитель «Башинформсвязи» Салават Гайсин. ИА «Башинформ», 5 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 6 ғинуар 2023)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Республика Башкортостан» гәзите, 2010 й., 3-сө һан. "В ногу со временем" мәҡәләһе.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Почетные граждане России 2019 йыл 30 октябрь архивланған.
- http://personarb.ru/index.php?categoryid=15&nomer=956653
- Журнал «Ватандаш». Генеральный директор Гайсин. 2018 йыл 18 июнь архивланған.
- http://www.bashinform.ru/news/248242-v-nogu-so-vremenem-k-70-letiyu-generalnogo-direktora-oao-bashinformsvyaz-salavata-gaysina/
- http://gsrb.ru:88/MainLeftMenu/Museum/Deputats/3Soziv/gaisinsm.php 2016 йыл 26 ғинуар архивланған.
- Биографическая энциклопедия
- https://uchaly.bashkortostan.ru/about/honorary/261865/ 2016 йыл 4 март архивланған.
- Персоны эпохи
- Сайт Учалинского района РБ
- http://resbash.ru/pdf/2010/2/RB-24-2-2.pdf 2014 йыл 30 август архивланған.
- Энциклопедия Урала. Гайсин Салават Мухтарович 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
- http://www.fcufa.pro/allarticle/lenta/61-klub/1366-s-dnem-rozhdeniya-salavat-mukhtarovich 2016 йыл 4 март архивланған.
- http://www.iksmedia.ru/articles/22477-Postulaty-zhizni-Calavata-Gajsina.html
- http://ufa.bezformata.ru/listnews/bashinformsvyaz-salavat-gajsin-nagrazhden/303414/ 2016 йыл 4 март архивланған.
- 24 февралдә тыуғандар
- 1940 йылда тыуғандар
- 5 ғинуарҙа вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Өфөлә вафат булғандар
- 12-се саҡырылыш Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаттары
- Учалы районында тыуғандар
- 3-сө саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары
- 4-се саҡырылыш Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары