Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы
Хуснутдинов Әхнәф Ғәлимйән улы (28 апрель 1925 йыл — 12 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, мотоуҡсылар батальоны танкыға ҡаршы орудие батареяһының орудие замковыйы, гвардия рядовойы. Дан орденының тулы кавалеры,
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әхнәф Ғәлимйән улы Хөснөтдинов 1925 йылдың 12 апрелендә Башҡортостан Республикаһының Учалы районы Учалы ауылында тыуған.
Юғары белемле. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Армияға саҡырылғанға тиклем мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.
1943 йылдың февраль айында Учалы хәрби комиссариаты тарафынан Совет Армияһына саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Львов, Берлин өсөн барған һуғыштарҙа айырыуса батырлыҡ күрһәтә.
Хөснөтдинов, демобилизациянан һуң, тыуған иленә ҡайта. 1956 йылда пединститут тамамлай. Уҡытыусы булып, Учалы район комитетында, КПСС-тың ҡала комитетында эшләй, мәктәп, СПТУ-22 директоры була[1].
2005 йылдың 12 июлендә вафат була.
Батырлығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]29-сы гвардия бригадаһы (10-сы гвардия танк корпусы, 4-се танк армияһы) 3-сө мотоуҡсылар батальонының танкыға ҡаршы орудие батареяһы орудиеһының замковыйы, гвардия рядовойы Ә. Ғ. Хөснөтдинов Львов ҡалаһы янындағы Лесеница районында немецтарҙың атакаһын кире ҡаға. 5 автомашина, 1 ялан артиллерия батареяһын, йөк тейәлгән 15 арбаны, 22 гитлерсыны юҡ итә. Ошо батырлығы өсөн Ә. Ғ. Хөснөтдинов 1945 йылдың 18 мартында III дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 13 ғинуарында Хөснөтдинов Пешхница (Польша) тораҡ пункт өсөн һуғыштарҙа, немецтарҙың «тигр» тибындағы һигеҙ танкыһы контратакаларын кире ҡаға-ҡаға, дошмандың 2 танкыһын шартлата.
1945 йылдың 23 ғинуарында Одер йылғаһына яҡынайғанда, гитлерсыларҙ расчёты менән 2 орудиеһын юҡ итә, һәм шуның менән батальонға йылға аша сығыу мөмкинлеген бирә. Орудие менән бергә Одерҙың көнбайыш ярына сығып, дошман пехотаһын ҡырыуын дауам итә. Ошо батырлығы өсөн 1945 йылдың 8 мартында Хөснөтдинов Ә. Ғ. II дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
1945 йылдың 25 апрелендә Берлин ҡалаһына килеп етер саҡта, Тельтов каналын аша сыҡҡанда, 57 миллиметрлы танкыға ҡаршы пушка расчёты командиры өлкән сержант Ә. Ғ. Хөснөтдинов, көн буйына дошманды албырғатырлыҡ ут асып, батальонға икенсе урындан каналды аша сығыу мөмкинлеген бирә. Ҡаты яралана. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн, 1959 йылдың 24 декабрендә Хөснөтдинов Ә. Ғ. I дәрәжә Дан ордены менән бүләкләнә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дан орденының тулы кавалеры.
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены, миҙалдар менән бүләкләнә. 1995 йылғы Еңеү парадында ҡатнаша.
- РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортостан Республикаһы Учалы районы муниципаль районындағы Учалы ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль белем биреү учреждениеһы исеменән Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улының исеме бирелгән.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Башҡортостан энциклопедияһы — Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2023)
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Несокрушимый. Өфө, 1985.
- Башҡортостан даны ул. Өфөлә.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хөснөтдинов Әхнәф Ғәлимйән улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 27 апрель 2023)