Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты
Нигеҙләү датаһы 1961
Ойоштороу-хоҡуҡ формаһы Асыҡ акционерҙар йәмғиәте[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Учалы
Рәсми сайт ugok.ru/ru/

Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты асыҡ акционерҙар йәмғиәте — баҡыр, көкөрт, цинк концентраттары, шулай уҡ алтын һәм көмөш етештереүсе предприятие, Башҡортостан Республикаһының Учалы ҡалаһында урынлашҡан.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Үҙ йылға руднигы, Межозёрный ҡасабаһы.

1968 йылдын 13 мартында байыҡтырыу фабрикаһының беренсе сираты сафҡа индерелә.

1968 йылдын 31 декабрендә «Төҙөлөүсе Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының дирекцияһы тураһында» СССР-ҙың төҫлө метталургия министрлығының бойроғо сыға.

1990-сы йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ойошманың акцияларын Урал тау-металлургия компанияһына һата. («Урал тау-металлургия компанияһы» холдингы — Екатеринбургтағы компания, ойоштороусыларының береһе, президенты һәм директорҙар советы рәйесе Искәндәр Мәхмудов[1], генераль директоры Андрей Козицин[2]).

Башҡортостанда Урал тау-металлургия компанияһы төркөмөнә ингән дүрт ҙур предприятие: «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Сибай тау-байыҡтырыу комбинаты» асыҡ акционер йәмғиәттәре, «Башҡорт баҡыры» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте эшләй[2].

Комбинат идаралығы янында «Таусы» һәйкәле

Структураһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Учалы ер аҫты руднигы
  2. Байыҡтырыу фабрикаһы
  3. Үҙйылға руднигы (Силәбе өлкәһе Верхнеурал районы Межозёрный ҡасабаһында урынлашҡан)
  4. «Горняк» хоккей командаһы
  5. «Горняк» футбол командаһы
  6. Санаторий-шифахана
  7. «Яшма» ҡунаҡханаһы
  8. «Горняк» спорт-техник клубы
  9. АТП
  10. Сибай филиалы һ. б.

Етештереү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

2011 йылда Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты етештергән — баҡыр — 62 364,3 тн; — цинк — 109 690,8 тн.;

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының Сибай филиалы етештергән: — баҡыр −20029,9 тн.; — цинк −1855,9 тн.

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының цинк концентраттары Силәбе цинк заводында эшкәртелә.

Етәкселәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. 1974—1989 Беляев Михаил Андреевич
  2. 1998—2010 Абдрахманов Ильяс Әхмәт улы. Ойошма тарихында Учалы районында тыуған беренсе етәксе.
  3. 2010 — июнь 2012 Маннанов Рәшит Шәүкәт улы
  4. 06.2012 йылдан Ғибәҙуллин Зәкәриә Рәфҡәт улы, директорҙар советы рәйесе И. Г. Кудряшкин

Билдәле хеҙмәткәрҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Йөк тейәп ебәреү пункттары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 2ТЭ116-1106 тепловозы Рудная станцияһынан цинк-баҡыр концентраты ташый

Комбинат руданы 3 станция аша (Комбинатская, Рудная, Межозерная) артабан эшкәртеүгә ебәрә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]