Эстәлеккә күсергә

Любушкин Виктор Васильевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Любушкин Виктор Васильевич
Зат ир-ат
Тыуған көнө 23 октябрь (5 ноябрь) 1913
Тыуған урыны Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1 февраль 1983({{padleft:1983|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (69 йәш)
Һөнәр төрө партия эшмәкәре
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Любушкин Виктор Васильевич (23 октябрь 1913 йыл — 1 февраль 1983 йыл) — СССР-ҙың партия һәм хужалыҡ эшмәкәре, 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының 3—6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Виктор Васильевич Любушкин 1913 йылдың 23 октябрендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Айҙарәле приискыһы ҡасабаһында (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Кваркен районы Айҙарәле ҡасабаһы) тыуған. 1936 йылда Баймаҡ тау‑металлургия техникумын тамамлаған. 1931 йылдан алып — геология разведка идаралығының (Баймаҡ эшселәр ҡасабаһы) быраулау мастеры, 1936 йылдан Сибай руднигына күсә, унда тау эштәре мөдире, шахта идаралығының техник етәксеһе була. 1942 йылда ҡабаттан Баймаҡҡа ҡайта, ВКП(б)‑ның Баймаҡ район комитетында ‑ инструктор, 1943 йылда — райком секретары. 1948 йылдан — ВКП(б)‑ның Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире. 1955 йылда Сибайға ҡайтарыла — КПСС Сибай ҡала комитетының 1‑се секретары итеп һайлана. 1961 йылдан башлап Башҡортостан совнархозының (ХХС), 1963 йылдан — Урта Волга совнархозының Төҫлө металлургия идаралығы начальнгигы. 1966—1974 йылдарҙа — Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты директоры.

Любушкин В. В. етәкселегендә БАССР‑ҙың алтын табыу сәнәғәте, Баймаҡ рудник идаралығы, Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинаты, Учалы тау‑байыҡтырыу комбинаты үҫеш ала.

Башҡорт АССР-ының 3—6-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты була.

Учалы ҡалаһында 1983 йылдың 1 февралендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]