Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы
Заты ҡатын-ҡыҙ
Гражданлығы Flag of the Soviet Union.svg СССР
Flag of Russia.svg Рәсәй
Тыуған көнө 7 октябрь 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:7|2|0}}) (46 йәш)
Тыуған урыны СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Учалы районы, Миндәк ауыл Советы (Учалы районы), Яңы Оҙонгүл[1]
Һөнәр төрө Уҡытыусы, журналист
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Эш урыны Йәшлек

Ҡаһарманова Баныу Латиф ҡыҙы (7 октябрь 1973 йыл) — уҡытыусы, журналист. 2000 йылдан Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).

Биографияһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Баныу Латиф ҡыҙы Ҡаһарманова 1973 йылдың 7 октябрендә Башҡорт АССР-ының Учалы районы Яңы Оҙонгүл ауылында тыуған.

1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.

1994 йылдан алып «Аманат» журналы мөхәррире.

1998 йылдан — Озёрный урта мәктәбенең директор урынбаҫары.

1999 йылдан башлап «Яйыҡ» гәзите хеҙмәткәре: 2000 йылдан — хәбәрсе, 2002 йылдың авгусынан — яуаплы сәркәтип.

2002 йылдың декабренән алып «Серп и Молот», 2006 йылдан алып «Йәшлек» гәзите хәбәрсеһе.

Социаль темаларға мәҡәләләр авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015)
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2008).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Башҡорт энциклопедияһыБашкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с. — ISBN 978-5-88185-053-1