Эстәлеккә күсергә

Рәсүлев Талха Ғайса улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Талха Ғайса улы Рәсүлев
Тыуған урыны:

Әүәз ауылы, Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Учалы районы)

Белеме:

Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе

Дине:

ислам

Эшмәкәрлек төрө:

сәйәсәт

Талха Ғайса улы Рәсүлев — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәштәренең береһе.

Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Туңғатар улусының (хәҙерге Башҡортостандың Учалы районының) Әүәз (Шәрип) ауылында тыуған булһа кәрәк. Атаһы Ғайса Фәтҡулла улы Рәсүлев — арҙаҡлы шәхес, «Илсе Ғайса» йырының авторы. Ахун дәрәжәһендә 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнаша. 3-сө Манжур армияһы штабында мулла булып хеҙмәт итә. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн 3-сө дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләнә.

Талха Рәсүлев ике туған ағаһы — башҡорттоң арҙаҡлы ишаны Зәйнулла Рәсүлевтың Троицкиҙағы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһендә белем ала. Беренсе донъя һуғышына алынып, герман фронтында йөрөп ҡайта. 1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Талха Рәсүлевтың исеме Зәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр»ендә йыш телгә алына.

1918 йылдың апрелендә Ырымбур төрмәһенән, большевиктар ҡулынан ҡотолғас, З. Вәлиди Тамъян-Ҡатай кантонына килә. Бында уны Талха Рәсүлев оҙатып йөрөй.

«Ҡайнағам буласаҡ Талха Рәсүлев менән, Силәбе һәм Ялан (хәҙерге Ҡурған башҡорттары — А. Я.) аша Кустанай ҡалаһына барыу өсөн, уның улусы Туңғатарға киттек. Түләк ауылында алтын йыйыу руднигы хужаһы Ғәҙелшаһ исемле бер менәүәр затҡа һуғылдыҡ… Түләк һәм Талханың ауылы Туңғатарҙа бер-ике көн торҙоҡ… Яҡшы аттар килтереп, ауылының көнбайышында алыҫтағы Уйташ тауҙарындағы йәйләүҙәренә киттек. Көн йылынған, ат ярыштырып барып еттек. Көн, ысынлап та ҡапыл йылынды. Иртә яҙ булыуға ҡарамаҫтан, ауыл янындағы бәләкәй күлдә талха, уның ҡустылары менән бер нисә тапҡыр һыу индек. Уңдан да, һулдан да ҡыҙыл рус ҡарауылдарының йөрөүө хаҡында ишетәбеҙ. әммә милләтебҙ берҙәм һәм тоғро булғанлыҡтан, үҙебеҙҙе тамам хәүефһеҙ хис иттек һәм һис бер ниндәй ҡурҡыныс булмаған кеүек ирекле тойоп, ат ярыштырып бара бирҙек. Бер көндән һуң, Талха менән хушлашып, Ялан кантонына Муса Кәлимулла Хәҙис улының йортона табан юлға сыҡтым», —

тип яҙа Вәлиди хәтирәләрендә.

Был осорҙа Талха Рәсүлев Зәки Вәлидиҙең яҡын көрәштәше, ныҡлы терәгенә әүерелә. Вәлиди Т. Рәсүлевҡа үтә лә яуаплы бурыс менән Алыҫ Көнсығышҡа ебәрмәксе була.

«Талхаға ҡағыҙҙарҙы, алтын һәм ҡағыҙ аҡсаларҙы биреп, шул уҡ көндәме, иртәгеһенәме Чумляк станцияһына оҙаттыҡ. әгәр Владивостоктағы Япония консуллығында һөйләшеү һөҙөмтә бирмәһә, Японияға сығып, уларҙың булышлығында Көнсығыш Рәсәй мосолмандарының фажиғәле хәлен донъяға белдереү бурысын йөкмәттек»,

- тип яҙа Зәки Вәлиди.

Талха Рәсүлев Силәбе ҡалаһында Чехословак корпусы большевиктарға ҡаршы баш күтәргәнен ишетеп, кире әйләнеп ҡайта. «Партизан отрядтарыбыҙға таянып милли ғәскәр ҡорһаҡ, большевиктарҙы мәмләкәтебеҙҙән ҡыуып сығарырға мөмкин буласаҡ, тигән фекергә килдек. Ошо фекергә инанғанлыҡтан, был көн беҙҙең өсөн шатлыҡлы булды, кисен байрам иттек. Тағандарҙың (был мәлдә Ғәлимйән Тағандың тыуған ауылы Тәңреғолда була улар — А. Я.) бер маһир ҡурайсыһы бар икән, шуны саҡырҙылар. Ҡымыҙ ҙа, әсе бал да бар ине. Башҡорт бейеүҙәренә маһир Талха, Муса Кәлим, Ғәлимйән Таған бер-бер артлы төшөп бейенеләр. Мин дә уларҙан ҡалышманым. Иртәгеһенә Силәбегә киттем», — ти Вәлиди.

1918 йылдың июнь башында Силәбе ҡалаһында Башҡорт хөкүмәте яңынан тергеҙелә. Башҡорт эшмәкәрҙәре Чехословактар ярҙамында башҡорт ғәскәрҙәрен ойоштороу эшенә тотона. Оҙаҡламай Башҡорт армияһын ойоштороу буйынса идара органы — Башҡорт хәрби шураһы булдырыла. Талха Рәсүлев хәрби шураның ағзаһы итеп һайлана. 1918 йылдың июнь-июль айҙарында ул Башҡорт хәрби шураһы рәйесе Вәлидиҙең махсус йомоштарын үтәүсе вазифаһын башҡара. Июль аҙағында тыуған яғына ҡайтып Тамъян-Ҡатай кантонының эшен яйға һалыу менән мәшғүл була. Тәүәккәл ир-уҙаманы Т. Рәсүлевты Тамъян-Ҡатай кантоны етәксеһе — башҡарма комитеты рәйесе итеп һайлайҙар. Кантондың етәкселек органы — үҙәге Верхнеурал ҡалаһында урынлаша. 1918 йылдың 5 октябрендә Ырымбурға Башҡорт хөкүмәтенә ебәргән донесениеһында Т. Рәсүлев былай тип хәбәр итә:

«…кантональная управа имеет честь донести:

1. Кантональная управа, после изгнания большевиков, приступила к отправлению своих функций на выборных началах с 1 августа сего года в составе следующих лиц: председателя Талхи Расулева (он же начальник кантона) — гражданина дер. Авязовой Тунгатаровской волости и членов: Мусы Шамситдинова, Хайбуллы Казаккулова — деревни Казаккуловой Кубеляк-Телевской волости и Исмагила Султанова — дер. Кутуевой той же волости.[1] 2. Организованы при управе следующие отделы: а) народного образования — заведующий Усман Ниязгулов; б) медицинский — заведующий врач Кусямышев; в) милиции — начальник отдела Мужагитдин Габдулмаликович Маликов; г) распорядительный; д) оценочно-окладный; бухгалтерский и ж) статистический. По мере надобности будут организованы и последующие отделы»

1918 йылдың октябрендә Тамъян-Ҡатай кантонының башҡармаһы Ҡаҙаҡҡол ауылына күсә. Ноябрь айында власҡа Колчак килеү менән аҡтар менән Башҡорт хөкүмәтенең мөнәсәбәттәре ҡырҡыулаша. Колчак Башҡорт хөкүмәте, кантондарҙағы ғәскәри начальниктарҙы бөтөрөргә, башҡорт ғәскәрҙәрен туранан-тура Дутовҡа буйһондорорға тигән фарман бирә. Башҡорт етәкселеге Колчактың бойороғон үтәргә ашыҡмай. Аҡтарҙан өмөтөн өҙгән милли-хәрәкәт лидерҙары Советтар менән һөйләшеүҙәр башлай. Һөҙөмтәлә 1919 йылдың 18 февралендә Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәрҙәре Совет власы яғына сыға. Талха Рәсүлев ошо һынылышлы осорҙа, Башҡортостан автономияһы өсөн тарихи ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай. 1919 йылдың 21 февралендә Темәс ауылында 1-се Бөтә Башҡорт хәрби съезы үтә. Съезд барышында Башҡортостандың ваҡытлы революцион хөкүмәте — Башревком ойошторола. Элекке Башҡорт хөкүмәте үҙенең бөтә вәкәләттәрен яңы идара органына тапшыра. Талха Рәсүлев милли хәрәкәт эшмәкәрҙәре М. Халиҡов, Я. Салихов, Н. Таһиров, Ғ. Айытбаев һәм Ғ. Мөхәмәтйәровтар менән бергә Башревкомға ағзалыҡҡа кандидат итеп һайлана.

Оҙаҡламай Талха Рәсүлевҡа тағы ла яуаплыраҡ бурыс йөкмәтелә. Ул, Мәскәүгә киткән Абдулла Әҙеһәмовтың урынына, Башҡорт Совет Республикаһының аҙыҡ-түлек буйынса халыҡ комиссары итеп тәғәйенләнә. Башҡортостан автономияһы өсөн үтә лә ауыр осорҙа, 1919 йылдың февраль-март айҙарында, Т. Рәсүлев аҙыҡ-түлек мәсьәләләре менән шөғөлләнә. Тиҙҙән Колчак армияһы ҡыҙылдарҙы Башҡортостандан ҡыҫырыҡлай башлай. Темәстә урынлашҡан Башревком тәүҙә Мораҡҡа, Иманғолға күсенергә, артабан Саранск ҡалаһына эвакуацияланырға мәжбүр була.

1919 йылдың авгусында Башревком Башҡортостанға ҡайта. Республиканың урындағы власть органдары эшмәкәрлеге яңынан тергеҙелә башлай. Талха Рәсүлев, тыуған яғына ҡайтып Тамьян-Ҡатай кантонында эшләй. 1920 йылдың май аҙағында Т. Рәсүлев Башсовнархоз Президиумы ағзаһы итеп һайлана. Әммә бында уға оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 16 июнь Башревком ағзалары Үҙәк Совет власының мәкерле милли сәйәсәтенә ҡаршы ризаһыҙлыҡ белдереп, эштән китә. Зәки Вәлиди кәңәше буйынса башҡорт эшмәкәрҙәре Төркөстанға юллана. «Хәтирәләр»ҙән күренеүенсә, Талха Рәсүлев Төркөстанда Зәки Вәлиди янында йөрөй. Әммә уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. журналист-публицист Рәүеф Насиров яҙыуынса, Талха Рәсүлев Төркөстандағы милли хәрәкәт уңышһыҙлыҡҡа осрағас, Алыҫ Көнсығышҡа киткән, аҙаҡ Ҡытайға сыҡҡан.

  1. Ярмуллин А. Ш. Автономиялы Башҡортостан байрағы аҫтында. — Өфө, 2009. 202—204 биттәр.