Троицк (Силәбе өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Троицк
Флаг[d]
Flag of Troitsk (Chelyabinsk oblast).svgCoat of Arms of Troitsk (Chelyabinsk oblast).png
Рәсем
Нигеҙләү датаһы июнь 1743
Хөрмәтенә аталған День Святой Троицы[d]
Этнохороним троичанин, троичанка һәм троичане
Рәсми тел рус теле
Донъя ҡитғаһы Азия
Дәүләт Рәсәй
Административ үҙәге Троицк районы[d][1], Троицк ҡала округы[d][2] һәм Троицкий округ[d]
Административ-территориаль берәмек Троицк ҡала округы[d][2]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Уй һәм Уйылға
Рәсми байрам 11 июнь
Халыҡ һаны 73 911 кеше (1 ғинуар 2018)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 170 Метр
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Майҙан 139,15 км²
Почта индексы 457100, 457111, 457106, 457105, 457101, 457103, 457102, 457109 һәм 457113
Рәсми сайт troick.su
Урындағы телефон коды 35163
Commons-logo.svg Троицк Викимилектә

Троицк — Рәсәйҙәге ҡала (1743), Силәбе өлкәһенең 2004 йылдың 28 октябрендәге «Троицк ҡала округы статусы һәм уның сиктәре тураһында» законына ярашлы Троицк ҡалаһы муниципаль берәмек булып һанала һәм уға ҡала округы статусы бирелә.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡалаға нигеҙ һалыу иҫтәлегенә таҡтаташ
Хәтер скверында Һалдат әсәһенә һәйкәл

1743 йылдың 19 июнендә Ырымбур крайының наместнигы Неплюев Иван Иванович тарафынан башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрендә, Уйыл йылғаһы Уй йылғаһына ҡойған урында, хәрби нығытма булараҡ нигеҙ һалынған. Православие динен тотоусыларҙың Изге Троица байрамы хөрмәтенә аталған. Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш сиге буйында төҙөлгән туғыҙ ҡәлғә иҫәбенә инеп, Уй сик һыҙығының үҙәге булған[4]. Ҡәлғә Азиянан Европаға барған төп ҡаруан юлында урынлаша. Троицк ҡәлғәһенә тәүҙә башҡа ҡалаларҙан дворян һәм казактар күсерелә. Гарнизонда 739 һалдат һәм офицер хеҙмәт иткән. 1771 йылда ҡәлғәлә 1680-дән ашыу кеше, 317 йорт иҫәпләнгән. Ҡәлғәнең ҡаршыһында, Уй йылғаһының уң ярында, 1745 йылда алыш-биреш йорто (меновой двор) булдырыла, ул 1915 йылға тиклем ғәмәлдә була (1749 йылда — ағастан, 1822 йылда таштан эшләнә), сик буйы таможняһы Ырымбур таможня округы бөтөрөлгәндән һуң ябыла. Императрица Елизавета Петровнаның указы буйынса (1749 йылдың ноябрендә) Троицкиҙа артабан йыл һайын, майҙан октябргә тиклем, алыш-биреш йортонда йәрминкә ойошторола, йәрминкәнең әйләнеше ҡырҡа арта бара һәм йылына 2,5 миллион һумға етә.

Ҡәлғә халҡы игенселек, малсылыҡ менән шөғөлләнгән, сауҙа (башлыса Урал аръяғы башҡорттары һәм Урта йөҙ ҡаҙаҡтары килтергән йылҡы менән) иткән. XVIII быуат уртаһында Троицк ҡәлғәһе Ҡаҙағстан, Урта һәм Үҙәк Азия халыҡтары менән тышҡы сауҙа урынына әүерелгән.

Пугачев ихтилалы ваҡытында Емельян Пугачев тарафынан 1774 йылдың май айында ҡәлғә яулап алына. Пугачев ҡәлғәлә оҙаҡҡа ҡалмай, саҡрым ярым алыҫлыҡтағы тауҙа урынлаша (әлеге тау хәҙер уның исемен йөрөтә), әммә иртәгәһенә уның ғәскәрен полковник Деколонг ҡыйрата[5].

1784 йылда Екатерина II указы буйынса Троицк ҡәлғәһе өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Өфө наместниклығы ҡарамағына тапшырыла. 1804 йылдан — Ырымбур губернаһы составында.

Троицк Көньяҡ Уралдың мәҙәни үҙәге булып китә: сиркәү-мәхәллә мәктәптәре, башланғыс мәктәп, өйәҙ училищеһы (1830), мәхәллә училищеһы (1839), ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы (1861), ҡырғыҙ (ҡаҙаҡ) балалары өсөн училище (1861) асыла. 1870 йылда ҡатын-ҡыҙҙар училищеһы прогимназияға әүерелә. 1873 йылдың сентябрендә ҡалала ирҙәр классик гимназияһы асыла. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була. Атаҡлы «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе асыла (1884), мәҙрәсәгә билдәле башҡорт дин әһеле Зәйнулла ишан Рәсүлевтың исеме бирелә[6]. 1879 йылда Ырымбур губернаһында тәүге китапхана асыла.

1889 йылда 14 меңлек ҡала халҡына 8 православие сиркәүе, 4 мәсет, 1 синагога тура килә. Троицк ҡалаһының халҡы электән уҡ күп милләтле була.

1897 йылда ҡаланың 36,2 процентын (8430) мосолмандар тәшкил итә. 1897 йылғы мәғлүмәттәргә ярашлы: татарҙар — 7344 кеше (87,1 %), башҡорттар — 625 кеше (7,4 %), ҡаҙаҡтар — 410 кеше (4,9 %), үзбәктәр — 33 кеше (0,4 %), черкестар — 6 кеше (0,07 %), башҡалар — 12 кеше (0,13 %) иҫәпләнә[7]. Граждандар һуғышы осоронда ҡала ҡулдан ҡулға күсә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Троицкиға бер нисә сәнәғәт предприятиелһы эвакуациялана.

«Үҙәк» ҡунаҡханаһы (икенсе исеме «Башкировтар»)

Дин[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Изге Троица соборы

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. Троицкий район
  2. 2,0 2,1 ОКТМО
  3. 26. Численность постоянного населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2018 годаРосстат.
  4. ТРОИЦК ҠӘЛҒӘҺЕ // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2017. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Троицк, уездный город // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том) — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. На могиле великого имама
  7. Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т. XXVIII. Оренбургская губерния. СПб. : Изд. Центр. стат. ком., 1904. С. 56-57, 68-71. Цит. по Денисов Д. Н. Мусульманская община Троицка во второй половине XVIII — начале XX века Вестник Челябинского государственного университета. 2009. № 10 (191). История. Вып. 39. С. 125.
  8. Google Карты. Google Карты. 19 апрель 2018 тикшерелгән.
  9. Яна Ершова Медресе «Расулия» в Троицке начнут восстанавливать уже в этом году (27.05.2017).
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Черняков Иосиф Михайлович (Тикшерелгән 6 апрель 2019)

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]