Троицк тарихи мәсеттәре
Троицк тарихи йәмиғ мәсеттәре — 1917 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында (хәҙер Силәбе өлкәһе) төҙөлгән мәсеттәр. Барыһы ете мәсет төҙөлгән була, уларҙың бишеһе — таштан, ә икеһе ағастан эшләнгән була. Беҙҙең ваҡытҡа тиклем дүрт таш бина ҡалған, уларҙың икеһе тәғәйенләү буйынса мәсет булараҡ файҙалана. Хәҙерге Троицкиҙа яңы мәсеттәр юҡ.
XIX быуатта Троицкиҙа эре мосолман ойошмаһы барлыҡҡа килә 1897 йылда ҡалала йәшәүселәрҙең 36,2 % (8 430 кеше) мосолмандар тәшкил итә, шул иҫәптән татарҙар — 7 344 кеше (87,1 %). Урта Азия һәм Ҡаҙағстан мосолмандарҙың байтаҡ өлөшө Ҡаҙағстан һәм Урта Азия менән сауҙа итә.
Беренсе мәсет Троицкиҙа 1786-1789 йылдарҙа императрица Екатерина II ҡарары буйынса генерал-губернатор Осип Игельстром контроле аҫтында төҙөлә, комплексҡа мәсет, мәҙрәсә һәм ағастан төҙөлгән Азия каруанһарайы инә. 1820 -1824 йылдарҙа каруанһарай комплексы икенсе урынға күсереү менән бәйле һүтелә. Тәүге ағас мәсете урынына мосолмандар икенсе мәсет төҙөргә ниәтләйҙәр, әммә 1828 йылда башҡа урында таш мәсет төҙөйҙәр.
Беренсе йәмиғ мәсете (Төп, Ахун хәҙрәт) — таш мәсет 1828 йылда сауҙагәр Абдулваһап Әбүбәкеров аҡсаһына төҙөлә. Уның имамдары Троицк өйәҙе ахуны М. Абдуллатифов һәм Ырымбур губернаһы ахуны А. Рахманҡолов булалар, шуға күрә мәсет Ахун исемен ала. 1929 йылда мәсет ябыла һәм үҙ тәғәйенлеше буйынса файҙаланмай, бинала ятаҡхана, суд урынлашҡан була. 2010 йылда киң мәғлүмәт сараларында Силәбе дәүләт университеты янында уны тергеҙеү планы тураһында мәғлүмәт баҫылып сыға. Бина Октябрь (элекке Ырымбур) урамында урынлашҡан.
Икенсе йәмиғ мәсете (Үрге, Яуш) — ике манаралы таш мәсет 1838 йылда сауҙагәр Мөьмин Хужасәйетов аҡсаһына төҙөлә. Бик оҙаҡ ваҡыт мәсеттең имам-хатибы М. М. Бикмәтов була. Яуш исеме мәсетте ҡараған сауҙагәрҙәр фамилияһынан бирелгән. Мәсет эргәһендә «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһе эшләгән, мәҙрәсә ике ҡатлы уҡыу корпуста һәм бер ҡатлы ятаҡханала урынлашҡан була. 1930 йылда мәҙрәсә ябыла, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла алмай (клуб, китапхана һ. б. урынлаштырыла). 1970 йылда бинаны емерәләр. Мәсет урынында әлеге ваҡытта 5 ҡатлы торлаҡ йорто урынлашҡан. Мәҙрәсәнең уҡыу һәм торлаҡ биналары һаҡланып ҡалған һәм торлаҡ булараҡ файҙалана. Мәсет Татар (хәҙер ВЛКСМ-дың 30-йыллығы урамы) тыҡрығында урынлашҡан.
Өсөнсө йәмиғ мәсете — таш мәсет сауҙагәр Яушев Гайса аҡсаһына 1863-1864 йылдарҙа төҙөлә. Имамдар аталы-уллы Рахманкуловтар булалар. Шулай уҡ йыш ҡына V-се мәсеттең имамы Зәйнулла Рәсүлев йома вәғәзен үткәргән. 1930-1944 йылда тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла алмаған (татар клубы һәм театр урынлашҡан). 1943 йылда манараһы һүтелә. 1944 йылда бина диндарҙарға кире ҡайтарыла. 1980 йылдың башында бина авария хәлендә була. 1988 йылда реставрация буйынса эштәр башлана, әммә улар тамамланмай. 2002 йылда эштәр ҡабаттан башлана, әммә манараһы әле лә эшләнеп бөтмәгән. 2008 йылдан мәсет Зәйнулла Рәсүлев исемен йөрөтә. Октябрь урамы , 122-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Архитектура ҡомартҡыһы, муниципаль һаҡ аҫтында (1992 йылдан алып).
Дүртенсе йәмиғ мәсете (Баҙар, Вәлиев) — таш мәсет Мөхәмәҙи Абдулваһапов 1877-1879 йылда Түбәнге баҙарҙа (Малышев һәм Совет урамдары мөйөшөндә) аҡсаһына төҙөлә. Мәсет янында сауҙа кибете һәм мәҙрәсә асыла. Вәлиев исеме мәсетте ҡараған сауҙагәр Мөхәмәтйән Вәлиев исеменән алынған. 1928 йылда ябыла һәм тәғәйенлеше буйынса файҙаланмай. Хәҙерге ваҡытта манараһы һәм көмбәҙе юҡ, бинала Троицк электромеханик заводы хеҙмәттәре урынлашҡан.
Бишенсе йәмиғ мәсете (Амур, Рәсүл) — Заречный биҫтәһендә ағас мәсет 1880 -1883 йылдарҙа ғибәҙәтхана урынында һатыусы Сәйфулла Ғәббәсов һәм уның улы Хәбибулланың аҡсаһына төҙөлә. Мәсет бында 1870-се йылдарҙа йәшәй башлаған татарҙар өсөн тәғәйенләнгән булған. 1884—1917 йылда уның имамы Зәйнулла Расүлев була, ә 1917—1936 йылдарҙа — уның улы Ғабдрахман Рәсүлев. 1872 йылда уҡ ғибәҙәтхана янында мәҙрәсә һәм мәктәп асыла. 1886 йылда мәғрифәтсе Ибрай Алтынсарин аҡсаһына уҡыу корпусы һәм ята биналары төҙөлә. Мәҙрәсә «Рәсүлиә» исемен алған. Заречный биҫтәһе Зәйнулла Рәсүлев «Ма’амур» тип йөрөтә башлай (ғәр."ма’амур" урыҫса — обустроенный). Шунан, күрәһең, биҫтәнең икенсе исеме — «Амур». 1937 йылда ябыла, бина тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла алмаған (мәктәп, ятаҡ урынлашҡан була). 1980 йылдар аҙағында бина емерелә, уның урынында сауна төҙөйҙәр.
Алтынсы йәмиғ мәсете (Ғатаулла мулла мәсете) — таш мәсет 1894-1895 йылдарҙа сауҙагәр Яушев Әбделвәли аҡсаһына Баҙар һәм Осипов урамдарының киҫелешендә (хәҙер Ленин һәм Дубинин урамдары) төҙөлә. Исеме беренсе имам хөрмәтенә бирелгән. 1928 йылда бина ябыла һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланмай (магазин урынлашҡан була), ләкин манараһы совет осоронда ла алып ташланмай. 1977 йылда мәсет бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы итеп таныла. 1990 йылдар башында диндарҙарға кире ҡайтарыла. 2002-2009 йылдарҙа реставрациялана. 2009 йылдан ғәмәлдә. Ленин урамы, 117-се йорт адресы буйынса урынлашҡан. Рәсәй мәҙәни мираҫ ҡомартҡыһы.
Етенсе йәмиғ мәсете (Слобода, Яңауыл) — ағас мәсет 1912 йылда Кузнецовский биҫтәһендә (татар. Яңа аул) Яушев Мухаммедшариф васыяты буйынса уның улы Әбделлатиф төҙөй. 1930 йылда ябыла һәм бина тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла алмаған (татар мәктәбе һәм китапхана урынлашҡан була). 1960-сы йылдарҙа бинаны һүтеп ташлайҙар, уның урынында 7-се һанлы мәктәп төҙөлә.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — 404 с., ил. — (Ислам в Российской Федерации; Вып. 5).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Абдрахманов Р. У., Гизатуллин Р. Н. Троицкие соборные мечети // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Гизатуллин Р. Н. Долгая дорога к храму (из истории поисков первой троицкой мечети) 2014 йыл 8 май архивланған.
- В Троицке восстановят первую историческую мечеть