Ғатаулла мулла мәсете
Ғатаулла мулла мәсете | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Троицк |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Троицк (Челябинская область)[d] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d][1] |
Указания, как добраться | улица Ленина, 117 / улица Дубинина |
Ғатаулла мулла мәсете Викимилектә |
Ғатаулла мулла мәсете - (рус. Мечеть Гатауллы муллы, Троицкиҙың алтынсы йәмиғ мәсете ) — Силәбе өлкәһе Троицк ҡалаһындағы таш мәсет.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1917 йылға тиклем Ырымбур губернаһы Троицк ҡалаһында (хәҙер Силәбе өлкәһе) мәсеттәр төҙөлгән. Йәмғеһе ете мәсет - бишәүһе таштан, икәүһе ағастан һалынған була. Әлеге ваҡытта шуларҙан дүрт таш бина һаҡланған, уларҙың икәүһе тәғәйенләнеше буйынса мәсет итеп файҙаланыла. Шуларҙың береһе - Ғатаулла мулла мәсете.
XIX быуаттың 1897 йылында ҡалала йәшәүселәрҙең 36,2 % (8 430 кеше) мосолман була.
Ғатаулла мулла мәсете 1894 -1895 йылдарҙа сауҙагәр Абдулвәли Яушев аҡсаһына төҙөлгән. Ул Баҙар урамы һәм Осипов тыҡрығы (хәҙерге Ленин һәм Дубинин урамдары) сатында төҙөлгән булған. Мәсет беренсе имам исеме менән аталып килә. 1928 йылда ябылып, уның бинаһы тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылмай (магазин урынлаша), ләкин манараһын совет осоронда ла емермәгәндәр. 1977 йылда мәсет бинаһы төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы тип таныла. 1990 йылдар башында мәсет бинаһы дини йәмәғәткә кире ҡайтарыла. 2002-2009 йылдарҙа мәсетте тергеҙеү эштәре башҡарыла. 2009 йылда яңынан эшләй башлай.
«Мәхәллә-мәсет № 722» ММРО-һы тарафынан файҙаланыла.
Архитектура ҡомартҡыһы — РФ мәҙәни мираҫ объекты № 7400365000 (өлкә башҡарма комитеты ҡарары менән 20.09.1977 № 371).
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор Д. З. Хайретдинов. — М.: Медина, 2009. — 404 с., ил. — (Ислам в Российской Федерации; Вып. 5).
- ↑ Решение исполнительного комитета Челябинского областного Совета депутатов трудящихся № 371 от 20.09.1977