Эстәлеккә күсергә

Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе (Троицк)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Мөхәмәҙиә (Ҡазан) менән бутамаҫҡа.

Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе
 Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе (Троицк) Викимилектә

Мөхәмәҙиә мәҙрәсәһе — Силәбе өлкәһе (элекке Ырымбур губернаһы) Троицк ҡалаһындағы Икенсе йәмиғ мәсете комплексына ингән мәҙрәсә.

1835-1838 йылдарҙа 2-се гильдия сауҙагәре Мөьмин Таһир улы Хужасәйетов Икенсе йәмиғ мәсетен төҙөй.

Мәҙрәсә 1847 йылда Троицк ҡалаһында Икенсе йәмиғ мәсете эргәһендә асыла. Ырымбур мосолман диниә назараты ҡарамағында була. Мәҙрәсә ике ҡатлы уҡыу корпуста һәм бер ҡатлы ятаҡханала урынлаша.

Кешеләрҙән йыйылған иғәнә иҫәбенә тотола.

Уҡытыу-тәрбиә эшенә мөҙәрис менән имам-хатип етәкселек итә. Мәктәп тамамлаған ир балалар ҡабул ителгән. Уҡыу түләүле булған (йылына 10 һум). Уҡыу курсы — 7 йыл. Мәҙрәсәнең ятағы булған.

1896 йылдан уҡыу процесы яңы ысул (йәдитселек) менән уҡытыу системаһына нигеҙләнә, уҡыусылар дини генә түгел, донъяуи белем дә алған. Уҡыу программаһына ғәрәп теле, ислам нигеҙҙәре, дини догматика (ҡәләм), фикһ, Ҡөрьән тәфсире, хәҙистәр өйрәнеү һәм шулай уҡ астрономия, география, тарих, математика, медицина, психология, риторика, урыҫ теле, татар теле, физика, этика һәм башҡа предметтар ингән.

1914 йылда мәҙрәсәлә 250 шәкерт уҡый. Тамамлаусылар араһында — Я. Ғ. Йомаев, З. Х. Рәсүлев, М. Д. Халиҡов һ. б.

1917 йылда татар уҡытыусылары семинарияһы тип үҙгәртелә. 1920-се йылдар башында ябыла, тәғәйенләнеше буйынса файҙаланыла алмай, совет осоронда унда клуб, китапхана һ. б. урынлаштырыла. Мәҙрәсәнең уҡыу һәм торлаҡ биналары хәҙергә тиклем һаҡланып ҡалған һәм торлаҡ булараҡ файҙалана.

Мөҙәристәре: М. М. Бикмәтов, Н. Х. Мәҡсүтов.

  • Башҡорт энциклопедияһы. Өфө, «Башҡорт энциклопедияһы», 2016. 206 бит.