Эстәлеккә күсергә

Йомаев Ямалетдин Ғималетдин улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йомаев Ямалетдин Ғималетдин улы
Тыуған урыны:

Силәбе өйәҙе Ырымбур губернаһының (хәҙергеҠурған өлкәһенең Әлмән районы) Ичкин волрсы Әлмән ауылы

Эшмәкәрлеге:

шағир, тәржемәсе

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

Төрки

Юмаев Ямалетдин Ғималетдин улы[1] (1892—?) — башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.

Яҡынса 1892 йылда Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙенең (хәҙергеҠурған өлкәһенең Әлмән районы) Иҫкен улусы Әлмән ауылында тыуған.

Троицк ҡалаһында «Мөхәмәҙиә» мәҙрәсәһендә уҡый. 1913 йылда шул уҡ ҡалала рус-татар училищеһын тамамлай.

1913 йылдан Петропавловск ҡалаһы эргәһендәге ҡаҙаҡ ауылдарында уҡытыусылыҡ менән шөғөлләнә.

1916 йылдан Өфөлә йәшәй һәм «Тормош» гәзитендә эшләй.

1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң Силәбе өйәҙендә халыҡ мәғарифы органдарында эшләй.

1920 йылдарҙа Урта Азияға сығып китә. Уның артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Әҫәрҙәре 1910 йылдарҙа «Аҡмулла», «Шура», «Тормош» һәм башҡа журналдарҙа баҫыла башлай. Ямалетдин Йомаев ижадында XX быуат башында башҡорт шиғриәтенең романтик ағымы сағыла. Уның тәүге шиғырҙарына ысынбарлыҡты кире ҡағыусы пессимистик мотивтар хас («Хаят», «Күңел», «Әсәйем ҡәбере янында» һ. б.). Ә 19131915 йылдарҙа яҙылған бүтән әҫәрҙәрендә («Мин», «Вәғәҙә», «Әгәр мин ҡош булһам» һәм башҡалар) социаль ғәҙеллек өсөн көрәш темаһы асыла. «Ҡыҙ бала», «Ҡаҙаҡ ҡыҙына»), «Йәш ҡыҙға» һәм «Яҙғы төндә» әҫәрҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙың хоҡуҡтары һәм иреге проблемаһы күтәрелә. Ә «Фәҡирлек вә байлыҡ» һәм «Бүре менән һарыҡ» әҫәрҙәрендә ҡомһоҙлоҡ менән дан-шөһрәткә ынтылыусанлыҡ тәнҡитләнә.

Ул «Ямалетдин Йомаев шиғырҙары» (1913), «Әҙәби шиғырҙар» (1915), «Илһам» (нәшер ителмәгән) шиғырҙар йыйынтыҡтары авторы. М. Ю. Лермонтов һәм А. С. Пушкин шиғырҙарын төрки телдәргә тәржемә итә, шулай уҡ И. А. Крыловтың «Квартет» мәҫәлен, ғәрәп һәм төрөк шағирҙарының бүтән әҫәрҙәрен дә тәржемәләй.

  • Әхмәҙиев В. И. Быуындар бәйләнеше. Өфө, 1985.
  • Башҡорт әҙәбиәте. ХХ быуат башы. 2 китапта. 1‑се кит. Поэзия. Өфө, 1983.
  • Урал литературный. // А. А. Шмаков, Т. А. Шмакова. — Челябинск, 1988.