Әлмән (Ҡурған өлкәһе)
| Ауыл | |||
| Әлмән | |||
| |||
| Ил | |||
|---|---|---|---|
| Федерация субъекты | |||
| Муниципаль район | |||
| Ауыл биләмәһе | |||
| Координаталар | |||
| Башлыҡ |
Рыжкова Светлана Викторовна | ||
| Нигеҙләнгән | |||
| Халҡы | |||
| Милли состав | |||
| Телефон коды |
+7 35242 | ||
| Почта индексы |
641130 | ||
| Һанлы танытмалар | |||
| Автомобиль коды |
- | ||
| Код ОКАТО | |||
| Код ОКТМО | |||
| Номер в ГКГН | |||
| Рәсми сайт | |||
|
| |||
Әлмән (рус. Альменево) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районының административ үҙәге. Әлмән ауыл советы составына инә.
Халҡы — 3928[1] кеше (2015).
Топоним
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылдың атамаһы күл буйында тәүгеләрҙән булып йорт һалыусы балыҡсы Әлмәндең исеменән барлыҡҡа килгән.
География
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауыл Урал аръяғында, Ҡурғандан 207 км көньяҡ-көнбайыштараҡ, Шумиханан 49 км көньяҡтараҡ һәм Силәбенән 180 км көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан.
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына инә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы ҡарамағына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына күсерелә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһенә, 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына инеп, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составын тулыландыра.
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]| Халыҡ иҫәбе | ||||||
|---|---|---|---|---|---|---|
| 1926 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002[2] | 2010[3] |
| 1853 | ↗2757 | ↗3839 | ↗4753 | ↗5013 | ↘4559 | ↘4310 |
| 2012[4] | 2013[5] | 2014[6] | 2015[1] | |||
| ↘4240 | ↘4159 | ↘3998 | ↘3928 | |||
- Милли составы
2010 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса урыҫтар (48 %), татарҙар (36 %) һәм башҡорттар (13 %) йәшәй.
Иҡтисад
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Транспорт
- Р328 Шумиха—Усть-Уйское автомобиль юлы
Көн һайын автовокзалдан ҡала-ара автобустар юлға сыға:
- Сәнәғәт
- «Альменевская АгроХимия МУП»
- «Альменевское ремонтно-техническое предприятие»
- «Альменевское ДРСП»
Инфраструктура
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда район дауаханаһы, урта мәктәп, аграр-технология техникумы, мәҙәниәт йорто, «Дружба» тарихи крайҙы өйрәнеүсе музей, музыка мәктәбе, район китпаханаһы, балалар ижады йорто, мәсет һәм сиркәү бар. Әлмәндә «Трибуна» район гәзите редакцияһы урынлашҡан.
Спорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылда артабанғы спорт ҡоролмалары урынлашҡан — «Колос» стадионы, хоккей корты, бала-үҫмерҙәр спорт мәктәбе.
Билдәле шәхестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Йомаев Ямалетдин Ғималетдин улы (1892—?) — башҡорт шағиры, мәғрифәтсе.
- Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы (15 июнь 1955 йыл) — педагог‑методист. Философия фәндәре кандидаты (2010), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001).
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1 2 3 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ № 108(недоступная ссылка)
- ↑ № 580 2010 йыл 19 ноябрь архивланған.
- ↑ № 715(недоступная ссылка)
- ↑ Чемпионат Курганской области по хоккею. 2010—2011 2011 йыл 26 апрель архивланған.
- ↑ Финалисты известны