Эстәлеккә күсергә

Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы
Тыуған көнө

15 июнь 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (69 йәш)

Тыуған урыны

Ҡурған өлкәһе, Әлмән районы, Әлмән ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

уҡытыу методикаһы, ораторлыҡ оҫталығы

Эшләгән урыны

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Альма-матер

Өфө дәүләт сәнғәт институты

Ғилми дәрәжәһе

философия фәндәре кандидаты

Ғилми исеме

профессор

Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы (15 июнь 1955 йыл) — педагог‑методист. Философия фәндәре кандидаты (2010), профессор (2011). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2001). Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1990). «Халыҡ ижады — Рәсәй профсоюздарының 100 йыллығы айҡанлы» («Народное творчество — 100‑летию профсоюзов России») Бөтә Рәсәй фестивале лауреаты (Өфө, 2005).

Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы 1955 йылдың 15 июнендә хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районының Әлмән ауылында тыуған.

1977 йылда Лек Вәлиев курсы һәм «Драма режиссураһы» һөнәре буйынса Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай.

1976 йылдан Башҡорт АССР‑ының Телевидение һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитетында режиссёр ассистенты булып эшләй[1].

1981 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡытыусы булып эшләй.

1983 йылда А. В. Луначарский исемендәге Дәүләт театр сәнғәте институтының сәхнә телмәре кафедраһында стажировка үтә. 1993 йылда Б. В. Щукин исемендәге Юғары театраль училищеһының сәхнә телмәре кафедраһы буйынса ассистентура-стажировканы тамамлай. «Ораторское искусство как социокультурный феномен» (ғилми етәксеһе З. Й. Рәхмәтуллина) темаһына диссертация яҡлай[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Римма Хәлиулла ҡыҙы башлыса сәхнә телмәрен уҡытыу методикаһына, ораторлыҡ оҫталығына бағышланған 20-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы булып тора. Шулай уҡ театрҙарҙа әҙәби‑художество программалар авторы һәм режиссёры[1].

  • Телмәр өҫтөндә эш: методика һәм практика. — Өфө, 1989.
  • Могущество слова. Первоначальные упражнения для развития речевого голоса : Учеб. пособие. — Уфа, 2002. — 96 с.
  • Ораторское искусство как социокультурный феномен : диссертация … кандидата философских наук : 09.00.11. — Уфа, 2009. — 165 с.
  • Работа над дикцией: методика и практика = Телмәр өҫтөндә эш: методика һәм практика / Р. Х. Лощенкова, Х. Г. Утяшева. — Уфа : УГИИ им. Загира Исмаилова, 2016. — 122 с.
  1. 1,0 1,1 Хәйбуллина Т. Н. Лощенкова Римма Хәлиулла ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Лощенкова Римма Халиулловна 2020 йыл 26 ноябрь архивланған. // Уфимский государственный институт искусств имени Загира Исмагилова.