Урал өлкәһе (РСФСР)
Урал өлкәһе | |
Нигеҙләү датаһы | 3 ноябрь 1923 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Административ үҙәк | Екатеринбург |
Административ-территориаль берәмек | РСФСР |
Халыҡ һаны | 7 785 500 кеше (1931) |
Сиктәш | Урта Волга крайы[d] |
Алмаштырылған | Свердловск өлкәһе, Обско-Иртышская область[d] һәм Силәбе өлкәһе |
Алыштырған | Екатеринбург губернаһы[1], Пермь губернаһы[1], Төмән губернаһы[d][1] һәм Силәбе губернаһы[1] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 17 ғинуар 1934 |
Майҙан | 1 804 100 км² |
Урал өлкәһе Викимилектә |
Урал өлкәһе — СССР-ҙың РСФСР-ҙың 1923 йылдан 1934 йылғаса булған административ-территориаль берәмеге.
Өлкә үҙәге — Свердловск ҡалаһы.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1923 йылда СССР-ҙа административ-территориаль бүленеш берәмектәрен эреләтеү буйынса реформа башлана[2]. Губерналар, өйәҙҙәр, улустар бөтөрөлә, улар урынына өлкәләр (крайҙар), округтар һәм райондар барлыҡҡа килә. Урал өлкәһе Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1923 йылдың 3 ноябрендәге[3] ҡарары менән Пермь, Екатеринбург, Силәбе һәм Төмән губерналарынан ойошторола. Өлкәнең үҙәге Екатеринбург ҡалаһы (1924 йылдан — Свердловск). Ойошторолған мәлдә өлкәнең майҙаны 1659 мең км², халҡы 6380 мең кеше була[4].
Өлкәнең структураһы Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1923 йылдың 12 ноябрендәге ҡарары менән раҫлана.
Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының 1923 йылдың 3 ноябрҙәге ҡарары менән, Төмән губернаһы бөтөрөлгәндән һуң, уның биләмәһендә Урал өлкәһе составына индерелгән Ишем, Тобольск һәм Төмән округтары ойошторола. Шул уҡ ваҡытта өйәҙҙәр һәм волостар бөтөрөлөп, округтар райондарға бүленә. 1926 йылға һанап кителгән округтар биләмәләрендә 37 район һәм 787 ауыл Советы була.
СССР Үҙәк Башҡарма Комитетының 1925 йылдың 26 февралендәге ҡарары менән Коми-Пермяк милли округы ойошторола, уның составына Үрге Кама округының 6 районы инә.
1926 йылдың 4 ноябендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Урал өлкәһен округтарға һәм райондарға бүлеүҙе раҫлай[5].
1925—1929 йылдарҙа Урал өлкәһендә 4 милли район һәм 128 милли ауыл Советы ойошторола, 88 район тарҡатыла, 13 яңы район ойошторола. Шулай уҡ 9 ҡала, 4 ҡасаба һәм 171 район булдырыла. Златоуст, Кизел, Магнитогорск, Надеждинск, Түбәнге Тагил, Пермь, Свердловск, Төмән, Силәбе ҡалалары һәм Чусов ҡасабаһы туранан-тура өлкә башҡарма комитетына буйһона.
1927 йылда өлкә 16 округтан: Үрге Кама, Златоуст, Эрбет, Ишим, Коми-Пермяк, Көңгөр, Ҡурған, Пермь, Сарапул, Свердловск, Тагил, Тубыл, Троицк, Төмән, Силәбе, Шадрин һәм 210 райондан тора. Өлкәнең структураһына һәм составына бер нисә тапҡыр төҙәтмәләр индерелә, округтар һаны үҙгәрә.
Округтың
исеме |
Үҙәге | Йәшәгән йылдары |
---|---|---|
Екатеринбург | Екатеринбург | 1923-1924 |
Златоуст | Златоуст | 1923-1930 |
Ирбит[6] | Ирбит[7] | 1923-1930 |
Ишем | Ишем | 1923-1930 |
Көнгөр | Көңгөр | 1923-1930 |
Ҡурған | Ҡурған | 1923-1930 |
Пермь | Пермь | 1923-1930 |
Сарапул | Сарапул | 1923-1930 |
Свердловск[8] | Свердловск | 1923-1930 |
Тагил[9] | Түбәнге Тагил | 1923-1930 |
Тубыл | Тубыл | 1923-1932 |
Троицк | Троицк | 1923-1930 |
Төмән | Төмән | 1923-1930 |
Силәбе | Силәбе | 1923-1930 |
Шадринск | Шадринск | 1923-1930 |
1930 йылдың 8 авгусында округтар бөтөрөлә (Тубылдан башҡалары), район төп административ берәмек булып китә. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумының 1930 йылдың 10 декабрендәге ҡарары менән Тубыл округының төньяғында Ханты-Манси автономиялы округы — Югра һәм Ямал-Ненец автономиялы округы ойошторола. Бер үк ваҡытта ерле советтарҙы бөтөрөү һәм уларҙы территориаль советтар менән алмаштырыу башлана.
1931 йылдың 1 октябренә өлкәлә була:
- милли округтар — 3:
-- Коми-Пермяк милли округы (Кудымкар ауылы)
-- Ханты-Манси автономиялы округы — Югра милли округы (Самара ауылы)
-- Ямал (Ненец) милли округы (Обдорск ауылы)
- райондар — 163
- ауыл Советтары — 3185
- ҡалалар — 33, шул иҫәптән үҙаллы административ-хужалыҡ берәмегенә айырылған — 10:
-- Свердловск ҡалаһы — 223 335 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 260 760 кеше.
-- Пермь ҡалаһы — 122 712. кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 186 349 кеше.
-- Силәбе ҡалаһы — 116 889 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 190 989 кеше.
-- Златоуст ҡалаһы — 75 029 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 82 329 кеше.
-- Магнитогорск ҡалаһы — 64 098 кеше, буйһонған ауыл Советтары менәна — 78 498 кеше.
-- Түбәнге Тагил ҡалаһы — 59 483 кеше, буйһонған ауыл Советтары менәнн — 89 717 кеше.
-- Төмән ҡалаһы — 57 970 кеше.
-- Молотов ҡалаһы — 53 194 кеше.
-- Лысьва ҡалаһы — 50 663 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 56 163 кеше.
-- Кизел ҡалаһы— 35023 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 39 079 кеше.
- эшселәр ҡасабалары — 80, шул иҫәптән үҙ-аллы административ-хужалыҡ берәмегенә айырылғандар — 5:
-- Асбест ҡалаһы — 29 660 кеше.
-- Ҡыштым эшселәр ҡасабаһы— 26 669 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 28 069 кеше.
-- Красноуральск эшселәр ҡасабаһы — 17 308 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 18 208 кеше.
-- Калата эшселәр ҡасабаһы — 10 122 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 10 922 кеше.
-- Ҡарабаш эшселәр ҡасабаһы — 8348 кеше, буйһонған ауыл Советтары менән — 16 700 кеше.
- ауыл тораҡ пункттары — 29 774
1931 йылдың 1 ғинуарына 7 785 000 кеше йәшәй, ҡала халҡы — 2 060 300 кеше (26,5 %), тығыҙлығы — 4,3 кеше/км², майҙаны — 1 804 100 кв. км. Эре тораҡ пункттары булып торалар:
- Надеждинск ҡалаһы — 45 883 кеше.
- Троицк ҡалаһы — 38 930 кеше.
- Ҡурған ҡалаһы — 35 655 кеше.
- Чусов эшселәр ҡасабаһы — 32 040 кеше.
- Сарапул ҡалаһы — 29 624 кеше.
- Воткинск эшселәр ҡасабаһы — 28 179 кеше.
- Көңгөр ҡалаһы — 24 602 кеше.
- Тубыл ҡалаһы— 23 544 кеше.
- Алапаевск ҡалаһы — 22 421 кеше.
- Шадринск ҡалаһы — 21 464 кеше.
- Мейәс ҡалаһы— 20 141 кеше.
1933 йылдың 20 июнендә Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының ҡарары менән Урал өлкәһенең Төмән һәм Надеждинск райондары бөтөрөлә, Александровск районы Урал өлкәһенән Көнбайыш-Себер крайына кире ҡайтарыла, Түбәнге-Турин районының үҙәге Түбәнге Тура эшселәр ҡасабаһынан Ис эшселәр ҡасабаһына күсерелә, райондың исеме Ис тип үҙгәртелә.
1933 йыл аҙағында Урал өлкәһенең майҙаны 1896 тысяч км² тәшкил итә, өлкә 3 милли округтан, 116 райондан, өлкә әһәмиәтендәге 15 ҡаланан һәм 1 эшселәр ҡасабаһынан, 3129 ауыл Советынан, район әһәмиәтендәге 41 ҡаланан һәм 100 эшселәр ҡасабаһынан тора[4].
1934 йылдың 17 ғинуарында Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының ҡарары менән Урал өлкәһе өс өлкәгә — үҙәге Свердловск ҡалаһы булған Свердловск өлкәһенә, үҙәге Силәбе ҡалаһы булған Силәбе өлкәһенә һәм үҙәге Төмән ҡалаһы булған Обь-Иртыш өлкәһенә бүленә[10]. Сәбәбе шул тиклем ҙур территория менән идара итеү мөмкин булмауы менән бәйле[4].
Урал өлкәһенең структураһы үҙенсәлекле характеристикаға эйә була:
- өлкә эске яҡтан берҙәм булмай: уның көньяҡ өлөшөндә Башҡорт АССР-ының анклавы—Арғаяш кантоны урынлашҡан;
- өлкәнең биләмәһе көньяҡтан төньяҡҡа һуҙылған һәм үҙләштерелеү кимәле буйынса төрлө ике өлөшкә бүленә — Тубыл Төньяғы һәм сәнәғәтле көньяҡ;
- сик баштан планлаштырылған асыҡлыҡҡа һәм нигеҙлелеккә эйә булмай, йырғыланған була, көньяҡ өлөшө аныҡ билдәләнмәгән һәм төньяҡта тура һыҙыҡ буйынса тиерлек, эске сиктәре (округтың) шулай уҡ даими үҙгәрә, был хужалыҡҡа насар тәьҫир итә.
Өлкә етәкселәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урал өлкә комитетының беренсе секретарҙары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Харитонов Моисей Маркович (декабрь 1923—1925 йылдың июле)
- Антипов Николай Кириллович (июль 1925—1926 март)
- Сулимов Даниил Егорович (1926 март — март 1927)
- Николай Михайлович Шверник (1927 март — ғинуар 1929)
- Кабаков Иван Дмитриевич (ғинуар 1929 — ғинуар 1934)
Урал өлкә башҡарма комитеты рәйестәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сулимов Даниил Егорович (1923 декабрь — март 1926)
- Локацков Филипп Иванович (1926 март — февраль 1928)
- Кабаков Иван Дмитриевич (апрель 1928—1929 йылдың апреле)
- Ошвинцев Михаил Константинович (апрель 1929—1933 ноябрь)
- Василий Федорович Головин (ноябрь 1933—1934 ғинуар)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 http://www.libussr.ru/doc_ussr/ussr_1838.htm
- ↑ История административно-территориального деления РСФСР (рус.) // Википедия. — 2020-09-25.
- ↑ ПОСТАНОВЛЕНИЕ ВЦИК от 3 ноября 1923 года О ВВЕДЕНИИ В ДЕЙСТВИЕ ПОЛОЖЕНИЯ ОБ УРАЛЬСКОЙ ОБЛАСТИ 2015 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Уральская область «Силәбе» энциклопедияһында
- ↑ ВСЕРОССИЙСКИЙ ЦЕНТРАЛЬНЫЙ ИСПОЛНИТЕЛЬНЫЙ КОМИТЕТ. ДЕКРЕТ от 4 ноября 1926 года «ОБ УТВЕРЖДЕНИИ СЕТИ РАЙОНОВ УРАЛЬСКОЙ ОБЛАСТИ» . Дата обращения: 14 апрель 2013. Архивировано 4 март 2016 года.
- ↑ До декабря 1923 года назывался Туринским округом, а затем несколько месяцев — Ирбитско-Туринским.
- ↑ До декабря 1923 года центром был Туринск.
- ↑ До января 1925 года назывался Екатеринбургским округом.
- ↑ До мая 1924 года назывался Верхотурским округом.
- ↑ Постановление ВЦИК от 17 января 1934 года «О разделении Уральской области» . Дата обращения: 23 декабрь 2014. 2014 йыл 23 декабрь архивланған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Список населенных пунктов Уральской области. Тома I—XVI. — Издание огротдела Уралоблисполкома, Уралстатуправления и окружных исполкомов. — Свердловск, 1928.
- Административно-территориальное деление Тюменской области (XVII—XX вв.). — Тюмень, 2003. — 304 с. — ISBN 5-87591-025-9.