Казенный (Әлмән районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ауыл
Казенный
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Әлмән районы

Ауыл биләмәһе

Казенный ауыл советы

Координаталар

54°48′02″ с. ш. 63°14′35″ в. д.HGЯO

Бейеклеге

170 м

Халҡы

414[1] кеше (2010)

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 202 816 001

Код ОКТМО

37 602 416 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Казенный (Рәсәй)
Казенный
Казенный
Казенный (Әлмән районы) (Ҡурған өлкәһе)
Казенный

Казенный (рус. Казенное) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районындағы ауыл. Казенный ауыл советының административ үҙәге.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ичкин улусы Казенный ауылы 1880 йылда барлыҡҡа килгән. Казенный статьяһы тип аталған хужалыҡ участкаһы 20 ихата, 70 кешенән торған. Бында урыҫ халҡы йәшәгән.

Совет власы урынлашҡан йылдарҙа, 1919 йылда ауыл Башҡорт АССР-ының Ялан кантонына инә. Казенный ауылында кантондың Һаулыҡ Һаҡлау бүлеге урынлашҡан, бында дауахана һәм эпидемик барак (инфекция бүлеге) булған, уларға эпидемияларға ҡаршы көрәш буйынса саралар ойоштороу һәм ҡабул итеү функциялары йөкмәтелгән.

1921 йылда аҡ гвардиясылар Казенный ауылына бәреп инә һәм урындағы кулактар ярҙамында коммунистарҙы (шулар иҫәбендә Килмәтов, милицинерҙар Подкорытов, Бунин, Гладких, Ғәтиәтуллин). Подкорытов, Бунин, Гладкихтың ҡәберҙәре әлеге ваҡытта Казенный ауылы паркында урынлашҡан.

1928 йылда ерҙе бергәләп эшкәртеү буйынса ширҡәттәре (ТОЗ) ойошторола башлай, 1930 йылда улар Казенный ауылы барлыҡҡа килгән «Победа» колхозына инә. Колхоздың беренсе рәйесе Толмачев була. Ауыл советының беренсе рәйесе итеп Хуртин Федор Степанович тәғәйенләнә.

1940 йылда Казенный ауылында 30 йортта 141 кеше йәшәгән.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғандан һуң бөтә ир-егеттәр фронтҡа китә, тракторҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙар эшләй.

1950 йылда «Победа» колхозына тағы ла 4 күрше хужалыҡ ҡушыла: Зәйнәкәй ауылынан — «Ҡыҙыл партизан» (рус. «Красный партизан») колхозы, Яңы Әмин ауылынан — «Икенсе ҡыҙыл игенсе» (рус. «Второй красный пахарь») колхозы, Киләй-Ҡаҙаҡҡол ауылынан — «Ирекле хеҙмәт» (рус. «Вольный труд») колхозы һәм Тимәк ауылынан «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы.

1953 йылдан 1957 йылға тиклем хужалыҡ Хрущев исемен йөрөтә.

1958-1964 йылдарҙа ҡабаттан «Победа» колхозы, 1964 йылдан колхоз Фрунзе исеме менән атала башлай. 2001 йылда үҙгәртеп ҡороу арҡаһында Казенный яуаплығы сикләнгән йәмғиәте ойошторола, 2007 йылда был ойошма банкрот була һәм эшләүҙән туҡтай. Мөлкәт һатыла, халыҡ әлеге ваҡытта шәхси ярҙамсы хужалыҡ менән шөғөлләнә.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыл Ҡурған өлкәһенең көньяҡ-көнбайышында, Көнбайыш Себер тигеҙлегенең көньяҡ өлөшөндә, урман-дала зонаһында, Бүрекескем күленең төньяҡ ярында, райондың административ үҙәге Әлмән ауылынан көньяҡ-көнбайышҡа табан яҡынса 25 километр алыҫлыҡта (тура юлдан) урынлашҡан. Диңгеҙ кимәленән абсолют бейеклеге — 170 метр[2].

Климаты

Климаты континенталь, дымлылығы етерлек түгел, ҡышы ҡарһыҙ, йылы һәм ҡоро йәй. Иң һыуыҡ айҙың күп йыллыҡ уртаса температураһы (ғинуар) -17,7°с, иң йылы айҙың (июль) температураһы +25,2°с. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 370-380 мм. Ҡар япмаһы йылына 150-160 көн һаҡлана[3].

Сәғәт бүлкәте
МСК+2 (Өфө ваҡыты)
МСК+2 (Өфө ваҡыты)

Казенный ауылы, бөтә Ҡурған өлкәһе кеүек, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4].

Халҡы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Халыҡ иҫәбе
19262010[1]
362414


Гендер составы

2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса, халыҡтың гендер структураһында ир-егеттәр — 50,5%, ҡатын-ҡыҙҙар 49,5% тәшкил итә.

Милли составы

2002 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләренә ярашлы, халыҡтың милли структураһында урыҫтар — 48%, башҡорттар 47% тәшкил итә[5].

Урамдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда өс урам һәм ете тыҡрыҡ бар[6].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  2. Kazënnoye (ингл.). GeoNames.
  3. Схема территориального планирования Альменевского района Курганской области. Федеральная государственная информационная система территориального планирования (ФГИС ТП). Дата обращения: 3 май 2020. Архивировано 19 октябрь 2020 года.
  4. Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
  5. Коряков Ю. Б. База данных «Этно-языковой состав населённых пунктов России». Дата обращения: 3 май 2020. Архивировано 4 октябрь 2021 года.
  6. Регионы России → Курганская обл. → Альменевский р-н → Казенное с. Дата обращения: 3 май 2020. Архивировано 5 апрель 2015 года.