Асҡар (Ҡурған өлкәһе)
Ауыл | |
Асҡар | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған |
1795 йыл[1] |
Бейеклеге |
182 м |
Халҡы | |
Милли состав | |
Этнохороним |
асҡарҙар |
Телефон коды |
+7 35242 |
Почта индексы |
641142 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Асҡар (рус. Аскарово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Юламан ауыл советы составына керә.
География[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл Мижәкүл буйында, Әлмән районының көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Бер урам — Молодёжная (Йәштәр) урамы бар.
Алыҫлыҡтар:
Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Асҡар ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Әйле улусы ҡарамағында була[1].
Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
1795 | 1834 | 1866 | 1900 |
---|---|---|---|
47 | 79 | 367 | 439 |
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1926 | 1959 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010[2] |
294 | ↘257 | ↗276 | ↗323 | ↗339 | ↘178 | ↘116 |
1926 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда 294 кеше теркәлгән, уларҙың барыһы ла башҡорттар.
2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (81 %) йәшәй[3].
Инфраструктура[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Ауыл китапханаһы, медицина пункты һәм магазин бар. 2007 йылға ҡәҙәр ауылда башланғыс белем биреү мәктәбе була.
Билдәле кешеләре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (1916—1956) — совет хәрби хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Дан орденының тулы кавалеры.
- Мағазов Ғимран Сәйетйәғәфәр улы (?—1918) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре.
- Мағазов Сәйетгәрәй Сәйетйәғәфәр улы (?—1921) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Башҡорт Хөкүмәте ағзаһы.
Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
- ↑ 1,0 1,1 1,2 Урал аръяғы Ырымбур губернаһы башҡорттары // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 2,0 2,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области . Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
- ↑ Мурзабулатов М. В., Шитова С. Н., Юсупов Р. М. Зауральские башкиры // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.
![]() |
Был Ҡурған өлкәһе географияһы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |