Шәрип (Ҡурған өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ауыл
Шәрип
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ҡурған өлкәһе

Муниципаль район

Әлмән

Ауыл биләмәһе

Шәрип ауыл советы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1795

Халҡы

371[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Почта индексы

641147

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

37 202 842 004

Код ОКТМО

37 602 442 116

Шәрип (рус. Шарипово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Шәрип ауыл советы составына керә.

Тарих[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[2]. Революцияға тиклем Шәрип ауылы Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ялан-Ҡатай улусы ҡарамағында була[2].

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Ялан кантоны составына керә. 1923 йылда Урал өлкәһе Силәбе округының яңы ойошторолған Ҡатай районы составына бирелә. 1930 йылда Ҡатай районы бөтөрөлгәс, ауыл Ялан-Ҡатай районына керә. 1934 йылда Ялан-Ҡатай районы Силәбе өлкәһе составына инә. 1940 йылда ауыл яңы ойошторолған Әлмән районына керә, 1943 йылда был район Ҡурған өлкәһе составына инә.

Халҡы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

1795 1834 1866 1900
74 220 282 387
Халыҡ иҫәбе
19262010[1]
466371

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (83 %) йәшәй[3].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]