Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы
Хөсәйен Ғабдрахман улы Зарипов | |||||||
Файл:Зарипов Хусаин Габдурахманович.jpg | |||||||
Тыуған ваҡыты | |||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны |
Асҡар ауылы, Ҡатай улусы, Силәбе өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы | ||||||
Үлгән ваҡыты | |||||||
Вафат урыны |
Озерное ауылы, Әлмән районы, Ҡурған өлкәһе, РСФСР, СССР | ||||||
Хеҙмәт иткән урыны | |||||||
Хәрби звание | рядовой | ||||||
Часть |
53-сө мотоуҡсылар бригадаһы | ||||||
Хәрби алыш/һуғыш | |||||||
Наградалар һәм премиялар |
|
Зарипов Хөсәйен Ғабдрахман улы (31 март 1916 йыл — 17 август 1956 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, уҡсылар полкы сапёры, рядовой. Дан орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хөсәйен Ғабдрахман улы Зарипов 1916 йылдың 31 мартында Ырымбур губернаһы Силәбе өйәҙе Ҡатай улусы (хәҙерге Ҡурған өлкәһе Әлмән районы) Асҡар ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Милләте башҡорт[1].
2 класс тамамлай, колхозда көтөүсе булып эшләй. 1939 йылдың 29 сентябрендә Силәбе өлкәһе Ялан-Ҡатай район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1941 йылда демобилизациялана.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, йәнә армияға алына. 1943 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышы фронтарында хеҙмәт итә. 52-се армия 373-сө Миргород Ҡыҙыл Байраҡ уҡсылар дивизияһы 439-сы айырым саперҙар батальоны рядовой сапёры булып, Дала, 2-се Украина һәм 2-се Белоруссия фронттарында һуғыша.
1944 йылдың ғинуарынан ВКП(б) ағзаһы.
1945 йылдың июлендә демобилизациялана. Туған яғына ҡайта, Әлмән районы Юламан ауылында йәшәй. Һуңыраҡ Силәбе өлкәһе Коркино ҡалаһына күсә, «Коркиноуголь» тресында шартлатыусы булып эшләй. Һаулыҡ хәле буйынса эшенән сығарыла, туған яҡтарына ҡайта. Ғаиләһе менән Әлмән районы Озерное ауылында йәшәй.
1956 йылдың 17 авгусында үҙ үҙенә ҡул һала. Мосолман йолаһы буйынса Юламан ауылы зыяратының тышында ерләнә. 1980 йылда ҡәбере ҡоймалана һәм унда мәрмәр һәйкәл ҡуйыла.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1-се дәрәжә Дан ордены (24 март 1945 йыл)[2]
- 2-се дәрәжә Дан ордены (29 июль 1944 йыл)[3]
- 3-сө дәрәжә Дан ордены (25 май 1944 йыл)[4]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (30 ғинуар 1944 йыл)[5]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (24 февраль 1944 йыл)[6]
- «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941—1945 йй.» миҙалы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 46802407 .
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 33010162 .
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 40520605 .
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 30857405 .
- ↑ Архивный реквизит на сайте «Подвиг народа» № 30721236 .
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Золотое созвездие Зауралья. Кн. 3. — Курган: ПарусМ, 2003.
- Ушаков А. П. Во имя Родины. — Челябинск: Юж. Урал. кн. изд-во, 2004.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Кавалеры ордена Славы трёх степеней: Краткий биографический словарь / Пред. ред. коллегии Д. С. Сухоруков. — М.: Воениздат, 2000. — 703 с. — ISBN 5-203-01883-9.
- Алфавит буйынса шәхестәр
- 31 мартта тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Ырымбур губернаһында тыуғандар
- Әлмән районында тыуғандар
- 17 августа вафат булғандар
- 1956 йылда вафат булғандар
- Ҡурған өлкәһендә вафат булғандар
- СССР хәрби хеҙмәткәрҙәре
- Дан ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Днепр өсөн алышта ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышы сапёрҙары
- КПСС ағзалары
- Дан орденының тулы кавалерҙары
- Үҙен үлтереүселәр
- Ҡурған өлкәһендә ерләнгәндәр