Йәдитселек

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Йәдитселек
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
 Йәдитселек Викимилектә
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Йәдитселек (ғәр. جديدjadīd — «яңы», ғәр. جديديةjadīdiyya — «яңыртыусылыҡ», башҡ. Йәдитселек, татар. Җәдитчелек, үзб. Jadidchilik) — Рәсәй империяһының мосолман (башлыса төрки) халыҡтары араһындағы XIX аҙағында — XX быуат башында ижтимағи-сәйәси һәм интеллектуаль хәрәкәт .

Йәдитселектең тәүге аҙымдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Йәдитселек — ҡәҙимселек — мосолман мөхитендә ҡапма-ҡаршы тенденциялар.

XIX быуатта мосолман халыҡтары араһында — башлыса Волга буйы татарҙары һәм Ҡырым татарҙары, башҡорттар, ҡаҙаҡтар һәм хәнәфи мәҙһәбтәге башҡа халыҡтар араһында йәйелгән ижтимағи-сәйәси хәрәкәт һәм интеллектуаль хәрәкәт йәдитселек исемен ала.

Мосолмандар-реформистар төркөмө прогресс мәнфәғәте өсөн эшләүҙе маҡсат итеп ҡуя. йәдитселәр тәрбиә һәм мәғрифәтселек юлы менән эшләп, муллаларға һәм барлыҡ диндарҙарға хәҙерге цивилизация өҫтөнлөктәрен күрһәтергә тырыша. Улар европа цивилизацияһы мосолмандар алдына ҡуйған мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн «иждиһад» ҡапҡаларын асыу кәрәклегенә баҫым яһай.

Киңерәк мәғәнәлә йәдитселәр хәрәкәте мәғрифәтселек, төрки телдәрҙе һәм әҙәбиәтен үҫтереү, донъяуи фәндәрҙе өйрәнеү, фән ҡаҙаныштарын файҙаланыу, ҡатын-ҡыҙҙар тиң хоҡуҡлы булыуы өсөн тырышлыҡ һалырға саҡыра.

Йәдитселек идеологтары Ризаитдин Фәхретдинов, Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлев, Дәрдмәнд, ШиҺабетдин Мәржәни, Хөсәйен Фәйезхан, Исмәғил Гаспринский, Бигеев, Муса Бигеев, Ырымбур, Өфө һәм Ҡаҙан ҡалаларынан башҡа мосолман руханиҙары була.

Урта Азияла (Төркөстанда) йәдитиселек вәкилдәре Мүнәүүәр Кары Әбдүрәшидханов, Мәжид Ҡадыри, Абдулла Ҡадыри, Әбдерәүеф Фитрат, Мәхмүд Бәхбүди, Фәйзулла Хожаев, Сәйднасир Миржәлилов, Хожи Муин Шөкруллаев һәм башҡалар.

Сәйәси ҡараштары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһының мосолман депутаттары: һулдан уңға (беренсе рәт): Б. Ҡаратаев (Урал өлкәһе), М. Нурбердыханов (Каспий аръяғы өлкәһе), А. Ҡарыев (Ташкенттан), Т. Аллабергенов (Һырдарья өлкәһе); Баҫып торалар (икенсе рәт) М. Шахтахтинский (Эриван губернаһы), М. Туҡаев (Өфө губернаһы).1907

Йәдитселәр Европа һәм Осман империяһының «йәш төрөктәр» хәрәкәтенең сәйәси ҡараштары йоғонтоһона ныҡ бирелгән, бигерәк тә конституцион идеялар өҫтөнлөк итә. Уларса, Ислам парламентаризмға ҡаршы килмәй, киреһенсә, Ҡөрьән һәм сөннәт йәмәғәтселек менән (Шура менән) бергә тикшереп ҡарарҙар ҡабул итергә тейеш. Тимәк, парламент эшендә лә ҡатнашырға кәрәк. Әлегәсә Ислам тип эш алып барыусылар идеаль мәҙәниәт төҙөй алмаған, тимәк бөгөнгө дин әһелдәрен камил белемле тип булмай, шуға күрә социаль ҡоролош принциптарын яңынан ҡарап, үҙгәртеп, заман заңына ярашлы итеп үҫештерергә кәрәк.

Төрки‑мосолман зыялылары мөхитендә мосолман йәмғиәтен модернизациялау йәһәтенән бер аҙ айырымланған өс ағым була. Иҫке ҡарашлыраҡ булған йәдитселәр (И.Гаспринский, Ғ.Ибраһимов) (уң ҡанат) мосолман халыҡтарының тупланыуы, уларҙың мәҙәни кимәлен күтәреү, мосолмандарҙың дини эштәренә идара итеүҙе либералләштереү һәм мәктәпте реформалау йәһәтенән эш итә. Уларҙың сәйәси эшмәкәрлеге юғары власҡа мөрәжәғәт, петициялар яҙыу, дини‑мәҙәни мәсьәләләр күтәргән мосолман ҡоролтайҙарын йыйыу менән сикләнә. Улар «Тәржемән», «Өлфәт» гәзиттәре, «Мәғлүмәт мәхкәмәи шәрғиә әл‑Ырынбургиә» журналы кеүек матбуғат баҫмаларында үҙ ҡарашын белдерә.

Икенсе ағым — мосолман либерализмы (үҙәк), уның башында башлыса урыҫ телле һәм Европала белем алған төрки телле интеллигенция (С. С.Йәнтүрин, С. Д.Мәҡсүтов, Ш. Ш. Сыртланов, Ҡ.Б.Тәвкилев, Ә.Ә.Әхтәмов һәм башҡалар) тора, улар Рәсәй мосолмандары өсөн мәҙәни‑милли автономия булдырыу сәйәси маҡсаты ҡуя. Үҙәк вәкилдәре Рәсәй мосолмандары союзын, Дәүләт думаһының мосолман фракцияһын, 1‑се Бөтә Рәсәй мосолмандары съезында «унитаристар» төркөмөн, Милләт мәжлесенең «төркиселәр» фракцияһын ойоштора. «Әл-Ғаләми әл‑Ислами» (ҡара: Мосолман ваҡытлы матбуғаты), «Ваҡыт», «Тормош» гәз., «Шура» ж. үҙәк позициялары яҡлы була.

Йәдитселектең һул ҡанатына милли‑демократик интеллигенция (И. С. Алкин, Ә.Ә.Вәлидов, Ғәлимйән Ибраһимов һ.б.) инә, быларҙың сәйәси ҡараштары Беренсе донъя һуғышы, Граждандар һуғышы йылдары мөхитендә барлыҡҡа килгән булған. Улар 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында «федералистар» төркөмөн тәшкил итә, Милләт мәжлесенең «территориясылар» фракцияһын ойоштора. Шуға ҡарамаҫтан, мосолман либерализмы киң ҡатламдарҙа хуплауға эйә булмай, сөнки Урал-Волга буйы мосолмандарының төп өлөшө (башлыса крәҫтиәндәр) ҡәҙимге тәртиптәргә тоғро ҡала һәм көнбайыштан килгән яңылыҡтарҙы ҡабул итмәй, шулай уҡ ХХ быуат башында Урал‑Волга буйы мосолман төркиҙәре араһында этномилләттәргә берләшеү процесы әүҙемләшә[1].

Дәүләт Думаһының дүрт саҡырылышына мосолмандар ҙа һайлана (1907—1917). Был депутаттар мосолман фракцияһы төҙөй. Тик 1906 йылда Думаны тараталар һәм артабан закон Думала башҡа милләт кешеләрен кәметеү маҡсатында үҙгәртелә[2].

Бохара ханлығында йәдитселәрҙең революцион-демократик ҡанаты «йәш бохаралар» хәрәкәтен барлыҡҡа килтерә.

1917 йылғы революциянан һуң йәдитселәрҙең бер өлөшө совет власын таный, икенселәр милли автономиялар булдырыу өсөн көрәшә, кемдәрҙер баҫмасылыҡта, аҡтар хәрәкәтендә ҡатнаша һәм һуңынан сит илгә китә[3].

Йәдитселек һәм мәғариф[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрәкәт мәктәптәр мәҙрәсәләрҙә хәрефтәрҙе ҡысҡырып әйтеп, тауышланып өйрәнеү — «усул-йәдит» (йәдит ысулы) ҡулланыу хәрәкәте башланыу менән бәйле. Мәғариф өлкәһендә реформа башлана, уның инициаторы булып И. М. Гаспринский сығыш яһай. Уның нигеҙендә мәктәптәрҙә һәм мәҙрәсәләрҙә уҡырға өйрәтеүҙең яңы (фонетик) ысулын, донъяуи фәндәрҙе (урыҫ теле, арифметика, тәбиғәт белеме, география һәм тарих нигеҙҙәре һәм башҡалар), уҡыусыларҙы туған телендә уҡытыуҙы индереү; аныҡ уҡыу йылы һәм белем биреүҙең класс‑дәрес системаһын булдырыу;уҡыу-яҙыуға өйрәтеүҙе 3—5 йылдан бер йылға ҡалдырыу ята.

Йәдитиселектә дини фанатизм тәнҡитләнә, улар иҫкергән дини мәктәптәрҙе милли донъяуи мәктәптәр менән алмаштырыу, фән һәм мәҙәниәт үҫеше, туған телдә гәзит сығарыу, мәҙәни-ағартыу учреждениелары асыу өсөн сығыш яһай, тап шул йәмғиәттә демократик көстәрҙе тупларға булышлыҡ итә. Өфө губернаһында «Ғосмания» (1890башында), Ырымбур губернаһында — «Хөсәйениә» мәҙрәсәләрендә яңы ысул индерелә[4].

1897 йылда Ырымбур ҡалаһында тәүге йәдит ҡатын‑ҡыҙҙар мәктәбе асыла. Өфө һәм Ырымбур губерналарында яңы ысуллы мәктәптәрҙең һәм мәҙрәсәләрҙең күбеһе хәйриә аҡсаһы иҫәбенә йәшәй; 1912—13 йылдарҙа Өфө губернаһындағы 6 өйәҙ земствоһынан Минзәлә һәм Бөрө генә мәктәптәрҙе тотоуға аҡса бүлә.

Беренсе башҡорт һәм ҡаҙаҡ уҡытыусылары Хөсәйеновтар («Хөсәйениә») мәҙрәсәһендә уҡып сыҡҡан була[5], шулай уҡ йәдит уҡыу йорттарында Ҡаһирә, Истанбулдың реформаланған мәҙрәсәләрен, Баҡсаһарай һәм Ҡасимов педагогик курстарын тамамлаусылар уҡытҡан.

1890 йылдарҙың икенсе яртыһынан мәҙрәсәләрҙә: («Рәсүлиә», «Ғосмания», «Ғәлиә», Стәрлебаш мәҙрәсәһе) профессиональ уҡытыусылар әҙерләнә башлай. ХХ быуат башына Башҡортостандың мәктәп һәм мәҙрәсәләрендә алдынғы ысуллы тауышлы уҡытыу ныҡлап урынлашҡан. Мәктәп уҡыусылары элгәре грамотаға 3-5 йыл дауамында өйрәнһә, йәдит ысулы менән — бер йыл эсендә өйрәтеү мөмкинлеге барлыҡҡа килә. Уҡыусылар туған телдә уҡыуға күсә; башҡа донъяуи дисциплиналарҙы өйрәнеү ҙә күпкә киңәйә. Уҡыу йылы аныҡ тәртипкә ҡуйыла, кластан-класҡа күсереү тормошҡа ашырыла һәм кластарҙа дәрестәр үткәреү, уҡыу-уҡытыу системаһы яйға һалына. Европа стандарт мәктәптәре уҡытыу ысулы индерелә. Бынан тыш — парта, эскәмйә, таҡталар, уҡытыу өсөн бүлмәләр, балаларҙы кластарға бүлеп уҡытыу индерелә.

Шулай уҡ ҡара[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гаскала
  • Исламский либерализм
  • Исламская философия

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Энциклопедия для детей. Т. 6. Религии мира. Ч. 2. — М.: Аванта+, 2001. — 688 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Ямаева Л. А. Союз российских мусульман // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  2. Ямаева Л. А. Союз российских мусульман // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8
  3. Ямаева Л. А. Союз российских мусульман // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН «Башкирская энциклопедия», 2013. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  4. Статья в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
  5. Гайнетдин М. Мәңге тоныкланмас көзгебез. — Казань: ТКН, 2006. — 335 б.