Рәсүлиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Мәҙрәсә
Рәсүлиә
Ил Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Губерна Ырымбур
Город Троицк ҡалаһы
йүнәлеш, мәктәп сөнни, хәнәфи
Мәсет Троицкиҙың тарихи мәсеттәре (5-се йәмиғ мәсете)
Архитектура стиле Исламская архитектура
Төҙөлөштө башлаусы Зәйнулла Рәсүлев
Шәфҡәт итеүселәр Ибрай Алтынсарин
Төп даталары:
1884асыу
1919ябыу
Мөҙәрис Зәйнулла Рәсүлев (1884 йылдан), Ғабдрахман Рәсүлев ( 1905 йылдан)
Рәсәй гербы Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 7400425000объект № 7400425000

Рәсүлиә — Ырымбур губернаһы (хәҙерге Силәбе өлкәһе) Троицк ҡалаһындағы 5-се йәмиғ мәсете янындағы мәҙрәсә. Тәүге мөҙәрисе — Зәйнулла Рәсүлев.

Тасуирлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

« Рәсүлиә» мәҙрәсәһе Рәсәйҙәге иң яҡшы мосолман мәҙрәсәһе булараҡ абруй ҡаҙана һәм башҡорт, татар, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ халыҡтарында мәҙәни — ғилми үҙәккә әйләнә. Уның дәрәжәһе хәҙерге университеттарҙыҡынан да юғарыраҡ булған була. Бөтә Көньяҡ Уралда беренсе булып, «Рәсүлиә» лә яңы уҡытыу алымы индерелә. Прогрессив ҡарашлы Зәйнулла ишан мосолман балаларының рус телен, сит ил телдәрен, мәҙәниәтен белеүен хуп күргән, шуға ылыҡтырырға тырышҡан. Хәлфәләр, мөғәллимдәрҙе лә тик белемле алдынғы ҡарашлылар араһынан ғына һайлап алған.

«Рәсүлиә» мәҙрәсәһе XIX быуат аҙағы — XX быуат башында Рәсәй мосолмандарының ысын рухи үҙәгенә әүерелә.

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]