Һайыҫҡан

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Pica pica pica
Халыҡ-ара Ҡыҙыл китап
en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 146628

Һайыҫҡан, һауыҫҡан, һайыҫҡаҡ (рус. Сорока, лат. Pica pica)— ҡарғалар төрөнән булған, оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Кәүҙәһе, арҡаһы, ҡанаттары һәм ҡойроғо йәшкелт-ҡара; ҡорһағы, яуырындары аҡ. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Бөтә кешегә билдәле.

Яңғырауыҡлы итеп шыҡырыҡлай йәки «ҡыйййҡ-ҡыйййыҡ» тип ҡысҡыра. Һирәк ағаслы урмандарҙа, ҡыуаҡлыҡ, ултыртылған урман һыҙаттарында, кеше торлағы булған урындарҙа йәшәй. Төрлө бөжәктәрҙе, ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын һәм балаларын, кеше ташлаған аҙыҡ ҡалдыҡтарын ашай. Ултыраҡ ҡош. Киң таралған. Ояһы ағас баштарында йәки ҡыуаҡтарҙа була.Ҡуйы ботаҡтар араһында ҡоро сыбыҡтарҙан оя яһай. Ояны эстән балсыҡ, йөн менән һылай, төбөнә ҡоро үлән түшәй. Көрән таптар менән сыбарланған 5-7 бөртөк зәнгәрһыу йәшкелт йомортҡа һала. Ваҡ йәнлектәр, ашлыҡ бөртөктәре, орлоҡ һәм емештәр менән туҡлана. Зарарлы бөжәктәрҙе ҡырып файҙа килтерһә, ваҡ ҡоштарҙың ояларын туҙҙырып бер, аҙ зыян итә.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]